Архитектура стиле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Архитектура стиле — архитектураның үҙенсәлеге, айырым бинаны йәки архитектура ансамблен характерлаусы художестволы биҙәү сараларының, алымдарҙың тотороҡло бөтөнлөгө, дөйөмлөгө; был дөйөмлөктө аныҡлаусы билдәләр системаһы. А.с. билдәле бер осорҙоң мәҙәниәтенә хас алымдар һәм стилдәр нигеҙендә барлыҡҡа килә.
18-се быуаттан алып Башҡортостан архитектураһының эволюцияһы Рәсәй Империяһы архитектураһы үҫешенә бәйле. Тәүгеләрҙән булып грандиозлығы, ҡупшылығы, күләм һәм ритмдың, материал һәм фактураларҙың, яҡтылыҡ һәм күләгәнең контраслығы, бина һәм архитектура комплекстары композицияһындағы тантаналы асыҡлыҡ һәм бөтөнлөк менән айырылып тороусы бароккоһы стилдәрҙең архитектура формалары тарала. Стиль Уралдың сәнәғәт архитектураһында айырыуса аныҡ сағылыш таба (ҡара: Воскресенка заводы, Ташлы заводтары, Верхотор заводы).
Remove ads
Һүрәтләү инструменты булараҡ архитектура стиле
Төбәк үҙенсәлектәре
Архитектура стиле һәр төбәк архитектураһының тарихын өйрәнеү өсөн уңайлы.
Ләкин төрлө региондарҙы сағыштырыу өсөн тулыһынса ярамай. Мәҫәлән Ҡытай архитектураһының тарихи осорҙары Европаныҡы менән оҡшаш түгел.
Милли исемдәре
1762—1840 йылдағы архитектура стилен Рәсәйҙә (Германияла) Классицизм тип атайҙар, ләкин Францияла классицизм — XVII быуатта килгән стиль һанала.
Рәсәйҙәге модерн стилен АҠШ-та — «тиффани, Францияла — «ар-нуво» һәм «fin de siècle» , Германияла— «югендстиль» тип йөрөтәләр.
Иң билдәле архитектура стилдәре (европа архитектураһы тарихынан)
- Боронғо архитектура (Храм архитектураһы)
- Античная архитектура. Беҙҙең эраға тиклем VIII—V быуаттар
- Роман стиле. X—XII быуаттар
- Готика. XII—XV быуаттар
- Возрождение. XV—XVII быуаттар
- Барокко. XVI—XVIII быуаттар
- Рококо. XVIII—XVIII быуаттар
- Классицизм, ( палладианство, ампир, неогрек. XVIII—XIX быуаттар
- Эклектика. 1830—1890 йылдар
- Модерн. 1890—1910 йылдар
- Модернизм. 1900—1980 йылдар
- Конструктивизм. 1920—1930 йылдар
- Постмодернизм. 1950 йылдарҙан
- Хай-тек (стиль). 1970 йылдарҙан
- Деконструктивизм. 1980-сы йылдарҙан
Remove ads
Стилдәр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads