Арыҫланов Айрат Гәрәй улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (10 апрель 1928 йыл — 23 апрель 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, диктор. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР‑ының (1974) халыҡ артисы. Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаты (1970, 1974). ТАССР-ҙың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ Айрат Арыҫлановтың тауышы эстрада сәхнәһенән, радио һәм телевидениенән әҙәби әҫәрҙәр яңғырата. Артист уҡыуында улар Бөтә Союз «Мелодия» фирмаһында грампластинкаларға яҙҙырылған һәм бөтә Советтар Союзы буйынса таралған.
Remove ads
Биографияһы
Айрат Гәрәй улы Арыҫланов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Ахун ауылында тыуған.
1949 йылда Татар дәүләт театр училищеһының актёрҙар бүлеген тамамлай, ә 1967 йылда — А. В. Луначарский исемендәге Мәскәү театр сәнғәте институтының актёрҙар факультетын тамамлай (ситтән тороп).
1956 йылдан 1960 йылға тиклем Ғәлиәскар Камал исемендәге Татар академия театры артисы булып эшләй.
1960 йылдан 1967 йылға тиклем телевидениелә диктор булып эшләй.
1967 йылдың майынан Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы артисы. 1991 йылда уны филармония халыҡ коллективтары бүлеге режиссеры итеп тәғәйенләйҙәр.
2010 йылдың 23 апрелендә вафат була, Ҡазандың Яңы Татар ауылы зыяратында ерләнгән.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре
- Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957).
- Татар АССР-ының халыҡ артисы (1974).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (01.12.1978).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (13.05.1981).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971).
- Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге республика премияһы лауреаты (1969) — «Минең йөрәгем Ленин менән һөйләшә», «Татарстан минең тыуған яғым» концерт программаһы өсөн.
- Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары артистары конкурсы лауреаты (1957, 1974).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads