Атмосфера фронттары

From Wikipedia, the free encyclopedia

Атмосфера фронттары
Remove ads

Атмосфе́ра фронты (от. бор. юнан. ατμός — быу, σφαῖρα — шар һәм лат. frontis — маңғай, алғы яҡ), атмосфераның түбәнге ҡатламдарындағы (тропосфера) һалҡын һәм йылы һауа массалары араһындағы күсмә зоналар.

Thumb
Высоко-слоистые облака. Нередко наблюдаются в зонах атмосферных фронтов

Атмосфера фронттары оҙонлоғо бер нисә мең км, киңлеге бер нисә тиҫтә км, ҡалынлығы бер нисә йөҙ метрға етә. Ер өҫтөнә ҡарата ауышып үтәләр. Формалашыу районы буйынса арктик, поляр, тропик; физик үҙенсәлектәре буйынса йылы, һалҡын, окклюзия (циклонда йылы һәм һалҡын атмосфера фронттары берләшеүе) атмосфера фронттарына айырыла. Башҡортостан биләмәһендә арктик һәм поляр aтмосфера фронттары хас. Атмосфера фронттары үткәндә һауа торошо киҫкен үҙгәрә: ҡышын йылы aтмосфера фронттары үткәндә йылытыу, буран, боҙлауыҡ, йәйен — баҫып яуған һәм ҡойма яуым-төшөм, йәшен, боҙ яуыу һ.б. күҙәтелә. Атмосфера фронттары — синоптик метеорологияның өйрәнеү предметы.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Циклон
  • Климатологик фронттар
  • Йылы фронт
  • Һалҡын фронт
  • Фронт окклюзии
  • Арктик фронт
  • Поляр фронты
  • Тропик фронттар
  • Һауа массаһы

Атмосфера фронттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads