Атмосфера циркуляцияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Атмосфера циркуляцияһы
Remove ads

Атмосфера циркуляцияһы — ер өҫтөндә һауа әйләнеше.

Thumb
Һауа массаларының Ер шарын ҡуҙғалтыу анимацияһы

Дөйөм (атмосферала ҙур масштаблы һауа ағымдары йыйылмаһы) һәм урындағы (бриздар, тау-үҙән елдәре һ.б.) Атмосфера циркуляцияһына айыралар. Атмосфера циркуляцияһы ер өҫтөндә географик киңлеккә бәйле, ҡояш радиацияһы ағымының тигеҙһеҙ бүленеше арҡаһында барлыҡҡа килә[1][2]. Иң тотороҡло зона һауа ағымдары булып пассаттар һанала[2]. Уртаса һәм юғары киңлектәрҙә һауаның зона күсеүе боҙолоуы күсмә циклондар һәм антициклондар барлыҡҡа килеү менән аңлатыла. Ҡышын материктар өҫтөндә көслө антициклондар (Азия һәм Канада антициклондары) була, океандар өҫтөндә йыл әйләнәһенә киң тәрән циклондар (Төньяҡ Атлантик һәм Төньяҡ Тымыҡ океан циклондары) һаҡлана[2].

Башҡортостан иң юғары антициклонлыҡ (Азия һәм Азор максимумы) һәм юғары циклонлыҡ (Төньяҡ Атлантик минимумы) райондары араһында аралаш урынды биләй, шуға күрә циркуляция процесы режимы ҙур үҙгәреүсәнлек менән характерлана, ул һауа шарттарының киҫкен һәм ҙур үҙгәрештәренә килтерә.

Атмосфера циркуляцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Қазақ энциклопедиясы
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads