Атыш (шарлауыҡ)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Атыш(Атыш-Сумған) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп итеп торған күренекле урыны. Бейеклеге - 6 м[1].

Remove ads
Географияһы
Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан.
Атыш йылғаһы туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә ( сума). Атама "Атыш йылғаһы сумған" тигәндән килеп сыҡҡан.
Атышсумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (Атыштан төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ йылғаһы кимәленән 4 м бейеклектә урынлашҡан мәмерйәнән (бейеклеге 4,5 м, киңлеге 6 м) урғылып сыға.
Атыштың ер аҫтына сумған ере - 276 метр, сыҡҡан ере 174 м бейеклектә. Шулай итеп, дөйөм алғанда, йөҙ метр тирәһенә түбәнәйә.
Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан (эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан (диаметры яҡынса 20 м, тәрәнлеге 7 м) Атыш йылғаһы ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡ йәшәй. Ландшафтары ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандарынан тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.
Атыш-Сумғандың элекке йырҙалары барлыҡҡа килтергән атыш мәмерйәләре төркөмө бар: Дальняя, Нежная, Заповедная (Медвежья), Верхняя, Атышская, Сифонная һәм Атыш мәмерйәһе. Былар барыһы ла Атыш йылғаһының Ләмәҙ йылғаһына барып ҡушылған боронғо үҙәне булып тора.

Remove ads
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads