Ауыр атлетика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ауыр атлетика — олимпиада спорт төрө, уның нигеҙендә баш өҫтөндә штанга күтәреү буйынса күнегеүҙәр үтәү ята.
Бөгөнгө көндә ауыр атлетика буйынса ярыштар үҙ эсенә ике күнекмә индерә: кинәт күтәреү һәм этәргәндән һуң күтәреү.
Һәр күнекмәлә спортсыға өс мөмкинлек бирелә. Ике иң уңышлы сығышының берләшкән дөйөм һөҙөмтәләре ауырлыҡ категорияһың дөйөм һөҙөмтәләрен билдәләй.
Ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырлыҡ категориялары төрлө. Кинәт бер күтәреү йәки бер этәргәндән һуң күтәреүҙе булһа ла уңышлы башҡармаган спортсы, ярыштарҙа еңелеп, төшөп ҡала.
Баш өҫтөндә күтәреү ҡасандыр ярыш программаһына ингән, әммә баһа биреүҙә килеп тыуған ауырлыҡтар арҡаһында ярыштарҙан сығарылған.
Remove ads
Тарихы
Ауырлыҡ буйынса ярыштар халыҡтар мәҙәниәтендә боронғо замандан уҡ осрай.
Бындай ярыш тәүге тапҡыр Боронғо Мысырҙа, Боронғо Ҡытайҙа һәм Боронғо Грецияла иҫкә алына.
Әлеге ваҡыттағы был спорт төрө XIX быуат уртаһында формалаша.
Беренсе рәсми ярыштар 1860 йылда АҠШ-та башлан. Артабан 1870 йылдарҙан Европала уҙғарыла башлай.
Беренсе халыҡ-ара чемпионат 1891 йылда Бөйөк Битанияла үтә. Ә 1898 йылда Венала рәсми донъя чемпионаты үтә.
1912 йылда Бөтә донъя ауыр атлетика союзы ойошторола. Шул уҡ ваҡытта ярыш ҡағиҙәләре стандартҡа һалына.
Әлеге ваҡытта ауыр атлетика буйынса иң көслө илдәр: Ҡытай, КХДР, Иран, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Болгария.
Олимпия уйындары программаһында 1896 йылдан башлап индерелә (1900, 1908, 1912 йылдар инмәй).
Ярыш программаһында спортсыларҙың ауырлыҡ категорияһы һәр ваҡыт үҙгәреп торған.
Ауыр атлеттарҙың халыҡ-ара федерацияһы (ФИХ) төҙөлгәнгә тиклем, атлеттар жим һәм ике ҡул менән этәреү, ҡайһы берҙә — бер ҡул менән этәреү һәм кинәт күтәреүҙә көрәшәләр.
- 1920 — өс алышлыҡ (бер ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү, ике ҡул менән этәреп күтәреү),
- 1924 — биш алышлыҡ (бер ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү, ике ҡул менән этәреп күтәреү, жим),
- 1928—1972 — өс алышлыҡ (жим, ике ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү),
- 1973 — ике алышлыҡ (ике ҡул менән кинәт һәм этәреп күтәреү).
Remove ads
Күнегеүҙәр
Кинәт күтәреү — был күнегеүҙә спортсы штанганы баш өҫтөнә бер тотош хәрәкәт менән иҙәндән тулыһынса турайтылған кулдарҙа күтәрә.
Бер үк ваҡытта сүкәйеп штанганың аҫтына инә («низкий сед» или «разножка Попова»). Һуңынан, штанганы баш өҫтөндә тотоп, спортсы тора, аяғын тулыһынса турайта.
Этәреп күтәреү — был күнегеү ике айырым хәрәкәттән тора. Штанганы күтәреп күкрәгенә алғанда, спортсы бер юлы иҙәндән күтәрә һәм аҫтына инә («түбән сед» йәки «Попов разножкаһы»), ә аҙаҡтан күтәрелә.
Шунан яртылаш сүкәйә һәм кинәт ҡул хәрәкәте менән штанганы өҫкә ебәрә. Шул уҡ ваҡытта аяҡтарын саҡ ҡына ситкә ҡуя (швунг) йәки алға-артҡа («ҡайсы») шылдырып, уның аҫтына инә. Штанганы баш өҫтөндә нығытҡандан һүң, спортсы табандарын бер кимәлгә (параллель) ҡуя һәм штанганы баш өҫтөндә тотҡан килеш, аяҡтарын турайта.
Күкрәктән торған килеш баш өҫтөндә жим — был күнегеү, штанганы иҙәндән күкрәккә алыуҙан тора (этәреп күтәреүҙең беренсе хәрәкәтенә оҡшаш) һәм тик ҡулдарының мускулдары иҫәбенә уны баш өҫтөнә күтәрә.
Был күнегеү ярыш программаһынан 1972 йылда сығарыла. Сөнки күп атлеттар был күнекмә урынына жим этәреп күтәрә башлайҙар — штанганы күкрәге һәм аяҡ мускулдары ярҙамында бөтә тәне менән этеү (подсед) ҡулланыла.
Һөҙөмтәлә ҡул мускулдары ҡатнашмай тиерлек. Шул уҡ ваҡытта «ғәҙел жим» һәм бындай «трюк» айырмаһын судьяларға күреүе бик ҡатмарлы була.
Һөҙөмтәлә, «ғәҙел жим» эшләгән атлеттар, уңышҡа өлгәшмәй. Бынан тыш, жим ваҡытында умыртҡа һөйәгенең бил тәңгәлендә йәрәхәт алыусылар ҙа күп була.
Ошоларҙан сығып, жим ярыш программаһынан сығарыла, ләкин элеккесә эффектлы һәм көс ҡулланыу күнегеүҙәренә инә һәм ошо көнгә тиклем штангистар уны күнекмәләрҙә ҡуллана.
Remove ads
Ярыштар үткәрелеүе
Ауырлыҡ категориялары
YouTube сайтында Тяжелая атлетика. Соревновательная тактика (Д/Ф СССР). Выпуск 1987 года.
Ғәҙәттәгесә,үлсәү ярыш башланғасы, бер йәки ике сәғәт алдан, калибрлы үлсәү файҙаланып үткәрелә. 2017 апреленә ауыр атлетикала түбәндәге ауырлыҡ категориялары ҡуйыла:
Тарихы
Remove ads
Ауыр атлетика федерацияһы
Иҫкәрмәләр
YouTube сайтында Тяжёлая атлетика. Соревновательная тактика (Д/Ф СССР). Выпуск 1987 года.
Һылтанмалар
- Атлетический спорт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Донъя чемпионаты 2014 видео трансляции 2018 йыл 17 ғинуар архивланған.
- YouTube сайтында Тяжёлая атлетика. Техника толчка (Д/Ф СССР). Выпуск 1984 года.
- YouTube сайтында Тяжёлая атлетика. Техника рывка (Д/Ф СССР). Выпуск 1985 года.
- YouTube сайтында Тяжёлая атлетика. Соревновательная тактика (Д/Ф СССР). Выпуск 1987 года.
- Бөтә ауыр атлетика н WSPORT-SHATOY 2015 йыл 15 февраль архивланған.
Remove ads
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads