Афродита
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Афроди́та (бор. юнан. Ἀφροδίτη, элекке замандарҙа сығышы менән ἀφρός (урыҫса «пена») һүҙенән алынған тип фекер йөрөткәндәр[1]) — боронғо грек мифологияһында[2] матурлыҡ һәм мөхәббәт (яратыу, ғишыҡ тотоу) аллаһы, ун ике бөйөк олимпия аллаларының береһе. Ул шулай уҡ уңдырышлылыҡ[3], мәңгелек яҙ һәм тормош (ғүмер) аллаһы ла. Афродита — никахтар, хатта бәпесләү (бала табыу) аллаһы[4], шулай уҡ «балаларҙы туйҙырыусы, туҡландырыусы» (урыҫса «детопитательница»). Афродитаның мөхәббәт көсөнә аллалар ҙа, кешеләр ҙә бойһонған. Уға бары һуғыш, хәрби стратегия һәм оҫталыҡ аллаһы Афина, ерҙәге бөтә тереклекте ҡурсалаусы алла Артемида һәм ғаилә усағы аллаһы Гестияға ғына баш бирмәгән[5]. Мөхәббәтте кире ҡағыусыларға аяуһыҙ булған. Ут аллаһы һәм оҫта тимерсе Гефестың, һуңыраҡ һуғыш аллаһы Арестың ҡатыны[6].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads