Балалар китапханаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Балалар китапханаһы
Remove ads

Балалар китапханаһы — балалар өсөн тәғәйенләнгән Өфөлә урынлашҡан китапхана.

Ҡыҫҡа факттар Адресы, Нигеҙләнгән ...
Thumb
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы. Өфө ҡалаһы.
Remove ads

Тарих

1957 йылда 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Республика балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. 1988 йылдан алып Республика китапханаһы филиалы булып тора.

Балалар китапханаһы фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, шул иҫәптән 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы (2010). Фонд балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып туплана.

Эшмәкәрлеге

Китапхана дәрестәре, яҙыусылар менән осрашыуҙар, ғаилә менән ял итеү көндәре, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби иртәлектәр һәм кисәләр, «Мин яңы Башҡортостан гражданы», «Белем донъяһына», «Уҡыусы ғаилә», «Матурлыҡ аша изгелек» тигән маҡсатлы программалар буйынса ролле уйындар, шулай уҡ республика балалар ижады конкурстары һәм наркотиктарға ҡаршы акциялар үткәрә. Йылына 10 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Методик һәм библиографик әсбаптар нәшер итә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads