Бартенев Евгений Константинович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Бартенев Евгений Константинович (9 ғинуар 1944 йыл — 26 май 2008 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.
Remove ads
Биографияһы
Евгений Константинович Бартенев 1944 йылдың 9 ғинуарында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Куйбышев ҡалаһында башлай. Был 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң, Салауат нефть химияһы комбинатының 34-се цехында аппаратсы булып эшләй. 1969—1975 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалында уҡый.
КПСС ағзаһы. 1976—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, секретары булып эшләй. 1991—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Салауат ҡалаһы советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы була.
Евгений Константинович Бартенев Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы‑Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты булып һайлана[1].[2].
Өйләнгән була. Ҡыҙы бар.
Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылғас, «Салауатгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе булып эшләй.
2008 йылдың 26 майында Салауат ҡалаһында вафат була[3].
Remove ads
Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге
Евгений Константинович Бартенев Салауат ҡалаһы хакимиәте булып эшләгәндә торлаҡ төҙөлөшө дауам итә.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads