Башинформсвязь

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

«Башинформсвязь»Рәсәй телекоммуникацион компанияһы. Тулы исеме -«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Штаб-фатиры Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Тип, Листинг на бирже ...
Remove ads

Тарихы

«Башинформсвязь» йәмғиәте 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм мәғлүмәт дәүләт предприятиеһын акционерлаштырыу һѳҙѳмтәһендә барлыҡҡа килә[1].

1993 йылда компания — NMT-450 стандартында, 1998 йылдан — Европа һәм Азияла файҙаланылған GSM#900/1800 МГц ҡалыбында, ә 2000 йылдан — CDMA технологияһы нигеҙендә кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин итә[1].

2004 йылда «Башинформсвязь» ADSL технологияһы буйынса Интернет менән файҙаланыу хеҙмәте күрһәтә башлай[1].

2009 йылда йәмғиәт «Сотовая связь Башкортостана» (Сотел ССБ) асыҡ акционерҙар компанияһының 98,77 процент акцияһын[2], ә 2016 йылда Һамар өлкәһендәге «АИСТ компанияһы» тѳбәк операторын һатып ала[3].

Remove ads

Милекселәр һәм етәкселек

Компанияның берҙән-бер акционеры — «Ростелеком» йәмғиәте[4].

Генераль директоры — Марат Долгоаршинных[5].

Директорҙар советы рәйесе — Дмитрий Проскура[6].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

«Башинформсвязь» — Башҡортостандың иң эре телекоммуникацион операторы. Республикала телефон бәйләнешенең 93 процентын һәм Интернет менән файҙаланыуҙың 78 процентен контролдә тота[7].

2011 йылдың март аҙағына компанияның абонент базаһы урындағы телефон бәйләнешенең 1 млн, юғары тиҙлекле Интернеттың — 251 мең , IPTV-телевидениеның — 32 мең, кабелле телевидениеның 84 мең абонентын үҙ эсенә ала[8][9].

2010—2012 йылдарҙағы тѳп финанс күрһәткестәре[10]:

Ентеклерәк мәғлүмәт 2012 йыл, 2011 йыл ...
Remove ads

Монополияға ҡаршы закондарҙы боҙоу

2010 йылдың 25 мартында Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте «Башинформсвязь» йәмғиәтен монополияға ҡаршы законды боҙған тип таба. Компания клиенттарға үҙҙәренә килемле булған юл менән трафиктарҙы ебәреү тәртибен кѳсләп таға һәм нигеҙһеҙ рәүештә «СЦС Совинтел» тѳбәк бәйләнеше селтәрен «Башинформсвязь» урындағы һәм тѳбәк телефон бәйләнешенә ҡушылыу килешеүен тѳҙѳүҙән баш тарта. [11].

2011 йылдың июлендә Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте «Башинформсвязь» йәмғиәтен «Конкуренцияны яҡлау тураһында»ғы федераль закондың 10-сы стаьяһын боҙған тип һығымта яһай, сѳнки баҙарҙа ѳҫтѳнлѳк алып барыусылар бер үк тауарға үҙ белдеге менән тѳрлѳ хаҡ ҡуя алмай[12].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads