Башкирова Елена Дмитриевна
совет һәм израиль пианисы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Елена Дмитриевна Башкирова (1958) — совет һәм израиль пианисы.
Remove ads
Биографияһы
1958 йылда пианист һәм педагог Дмитрий Александрович Башкиров һәм скрипкасы Вера Михайловна Башкирова ғаиләһендә тыуған.
Мәскәү консерваторияһын тамамлаған. 1978 йылда ире менән бергә СССР-ҙан эмиграцияға сыға[6]. 1988 йылда ул Даниэль Баренбоймға кейәүгә сыға һәм Израилдә йәшәй башлай[7]. Берлинда Мегаполис-ансамбленә һәм Халыҡ-ара иерусалим камера музыка фестиваленә нигеҙ һалыусы (һуңыраҡ — фестивалдең художество етәксеһе булып китә).
Иерусалим фестиваленең художество етәксеһе сифатында Елена Башкирова камера музыкаһы концерттарын ойоштора, улар йыл һайын сентябрь айында бөтә донъяға билдәле артистар ҡатнашлығында үткәрелә. Фестивалдең ансамбле менән ул Европа һәм АҠШ буйлап гастроләрҙә йөрөй; Берлин, Дюссельдорф, Париж, Лиссабон, Вена, Лондон, Будапешт, Нью-Йорк ҡалаларында сығыш яһай[8]
Шәхси тормошо
Беренсе ире — скрипкасы Гидон Кремер.
1988 йылда израиль пианисы Баренбойм Даниэлгә кейәүгә сыға.
Уларҙың ике улы тыуа:
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads