Башкиров Василий Николаевич
урыҫ архитекторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башкиров Василий Николаевич (27 февраль 1870 йыл — 1917 йылдан һуң) — Рәсәй империяһы архитекторы.
Remove ads
Биографияһы
Василий Николаевич Башкиров 1870 йылдың 27 февралендә Вятка губернаһында тыуған. 1893 йылда Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһын, ә 1897 йылда Император художество академияһын «архитектура рәссамы» тигән дәрәжә менән тамамлай. 1896 йылда А. Н.. Померанцев класы буйынса рәссам-архитектор дәрәжәһен алыу өсөн архитектура проектына үткәрелә. Рәссам В. М. Васнецов менән хеҙмәттәшлек итә, уның проекттары буйынса өс ҡаралты төҙөй. 1900 йылдан алып Мәскәү архитетура йәмғиәте ағзаһы. 1904 -1907 йылдарҙа Ҡала тимер юлдарының ток етештереү хеҙмәтендә эшләй. 1917 йылдан һуң архитекторҙың яҙмышы билдәһеҙ.
Remove ads
Төҙөгән биналары
- В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса йорт төҙөү (1893—1894, Мәскәү, Васнецов тыҡрығы, 13-сө йорт);
- И. Е. Цветковтың айырым йорто, Б. М. Шнауберт менән берлектә В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса (1901, Мәскәү, Пречистенский яр буйы, 29-сы йорт);
- В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса Третьяков галереяһы бинаһының фасады. Төҙөлөштө архитектор А. М. Калмыков тормошҡа ашырҙы (1900—1903, Мәскәү, Лаврушин тыҡрығы, 10-сы йорт);
- Иоанн Воин Сиркәү-часовняһы (1902, Мәскәү өлкәһе Пушкин районынындағы Мартьяново ауылы), һаҡланмаған; сиркәүҙең бер диуары яңы сиркәүҙе төҙөүҙә ҡулланылған[1];
- Пречистенский курстары бинаһы (1905, Мәскәү, Курсовой тыҡрығы, 17-се йорт);
- Ҡала трамвай Үҙәк электр станцияһы (ГЭС-2), (1906, Мәскәү, Болотный яр буйы, 15-се йорт);
- Уҡыу бинаһы (1911, Мәскәү, Оло Саввин тыҡрығы, 10-сы йорт);
- Һөнәрселек музейына төкәтмә, А. Э. Эрихсон менән берлектә (1912, Мәскәү, Леонтьев тыҡрығы, 7-се йорт);
- Торлаҡ йорто (1908—1913, Мәскәү, Беренсе Неопалимов тыҡрығы, 10-сы йорт).
- Аверкиево ауылындағы Троицк ғибәҙәтханаһы (1911—1914, Мәскәү өлкәһе, Павлов-Посад районы). Яңы рус стилендә Мәскәү дворяндары етәксеһе А. Д. Самарин үҙенең ҡатыны Вера Мамонтова-Самарина иҫтәлегенә төҙөгән (В. А. Серовтың «Девочка с персиками» картинаһының персонажы булараҡ билдәле).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads