Башкиров Евгений Олегович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Башкиров Евгений Олегович
Remove ads

Евгений Олегович Башкиров (6 июль 1991 йыл, Ленинград) — Рәсәй футболсыһы, «Крылья Советов» клубының ярым һаҡсыһы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

2004 йылда «Что? Где? Когда?» уйынында телевизор ҡараусылар командаһы өсөн уйнай. Уның видеоһорауына уйындың магистры Александр Друзь дөрөҫ яуап бирә алмай[5].

Петербургтағы «Зенит» клубының тәрбиәләнеүсеһе. 2009 йылда йәштәр беренселегендә «Спартак»ка ҡаршы 1 тур матчында төп составта уйнай[6]. «Зенит» йәштәр составы миҙгел йомғаҡтары буйынса беренселектә еңеүсе була. 2011 йылдың бөтә миҙгеле тиерлек Башкиров бәйләүес тарамыштары өҙөлөүе арҡаһында уйындарҙа ҡатнаша алмай.

2012 йылда ФНЛ беренселегендә сығыш яһаған «Томь» клубына арендаға бирелә[7]. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса команда Премьер-лигаға сыға. Башкиров дебют миҙгелендә ФНЛ беренселеге сиктәрендә «Томь» клубы уйындарында 11 тапҡыр сыға.

2013 йылдың 1 июлендә даими нигеҙҙә «Томь» клубы составына күсә. 20 июлдә Рәсәй чемпионатының 2-се тур матчында Башкиров Премьер-лигала «Кубань» клубына ҡаршы уйнай, төп составта сыға һәм һары карточка менән билдәләнә[8]. 2013 йылдың 9 ноябрендә Башкиров «Томь» өсөн Мәскәү «Локомотивы» ҡапҡаһына тәүге голын индерә, уйын «Томь» клубы файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамлана[9]. 2013/14 миҙгел һөҙөмтәләре буйынса «Томь»дың иң яҡшы уйынсыһы булып танылды. 2016 йылдың 27 майында «Кубань» менән стыковой матчта Премьер-лигаға сығыу өсөн бер хәл иткес тупты индерә һәм шуның менән «Томь» командаһына Премьер-лигаға сығыуға булышлыҡ итә.

2016 йылдың йәйендә, «Томь» менән контракты тамамланғас, ирекле агент хоҡуҡтарында «Крылья Советов» клубына күсә. Һамар клубы составында беренсе тапҡыр 2016 йылдың 1 авгусында «Терек» клубына ҡаршы матчта уйнай.

Remove ads

Ҡаҙаныштары

Команда

«Томь»
  • ФНЛ беренселегенең Көмөш миҙалы: 2012/13
  • ФНЛ беренселегенең бронза призеры: 2015/16

Шәхси

  • «Томь» футбол клубының иң яҡшы футболсыһы: 2013/14

Статистика

2017 йылдың 21 май айына торошло
Ентеклерәк мәғлүмәт Сығыш, Лига ...

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads