Башкиров Сергей Геннадьевич (биатлонсы)
биатлонсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башкиров Сергей Геннадьевич (30 декабрь 1977 йыл) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры (1999).
Remove ads
Биографияһы
Сергей Геннадьевич Башкиров 1977 йылдың 30 декабрендә Сыуаш АССР-ының баш ҡалаһы Чебоксарҙа тыуған.
1999 йылда Сыуаш дәүләт педагогия университетын «Математика һәм информатика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлаған.
Беренсе тренеры — Г. Башкиров[3]. Тренерҙары ― Г. П. Салдимиров, Н. И. Чегодаев[4]. Буйы — 181 см. Ауырлығы — 74 кг.
1988 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай.
Яратҡан биатлон дисциплиналары — спринт, эҙәрлекләү ярышы, масс-старт[5].
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре йыйылма командаһы һәм Новоуральск ҡалаһы (Свердловск өлкәһе) өсөн сығыш яһай[6].
Хәҙерге ваҡытта биатлон буйынса Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы тренеры[7].
Remove ads
Ҡаҙаныштары
Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2000), (2003, 2004, 2005 — 10 км спринт, 2003 — 12,5 километрға эҙәрлекләү ярышы, 2005 — 4х7,5 километрға эстафета) һәм бронза (2010 — 10 километрға командалы ярыш).
Донъя Кубогы
- 2000/01 — 63 урын
- 2001/02 — 73 урын
- 2002/03 — 36 урын
- 2003/04 — 41 урын
- 2004/05 — 54 урын
- 2005/06 — 54 урын
Новоуральск ҡалаһында (Свердловск өлкәһе) йәшәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads