Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Маҡтаулы исем From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы — Башҡорт АССР-ы, Башҡорт ССР-ы, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме.
Remove ads
Тарихы
1939 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы «Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем булдырыу тураһында "ғы указды раҫлай. 1996 йылдың 18 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем тураһында положение" раҫланды. Указға ярашлы, "әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек алып барған халыҡта ҙур популярлыҡ яулаған, юғары художестволы әҫәрҙәр тупланған башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге айырым ҡаҙаныштары булған күренекле яҙыусыларға" маҡтаулы исем бирелә.[1]
Remove ads
Бүләкләү өсөн нигеҙләмә
Рәсми тәҡдимде ҡарағандан һуң Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем һәм билдәләнгән өлгөләге награда бирелә. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булған кешеләргә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем һәм күкрәккә таға торған билдәне биреү тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы тапшырыла.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары
- Зәйнәб Биишева (1990)
- Әхиәр Хәкимов (2001)
- Ноғман Мусин (2001)
- Нәжиб Асанбаев (2006)
- Ғайса Хөсәйенов (2008)
- Талха Ғиниәтуллин (2010)
- Суфиян Поварисов (2011)
- Флорид Бүләков (2013)
- Азат Абдуллин (2014)
- Таңсулпан Ғарипова (2018)
- Марсель Сәлимов (2021)
- Михаил Чванов (2021)
- Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (2022)
- Йыһаншин Камил Фәрухша улы (2022)
- Әминев Әмир Мөхәмәт улы (2022)
- Ринат Камал (2022)
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads