Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе From Wikipedia, the free encyclopedia

Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Remove ads

Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы БашлығыБашҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.

Ҡыҫҡа факттар Вазифала, Рәсми резиденцияһы ...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бер үк вакытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе лә булырға мөмкин[1][2].

Башҡортостан Башлығы коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән идара итә аласаҡ[3].

Remove ads

Президент ҡарамағындағы ойошмалар, консультатив һәм кәңәш органдары

  • Йәмәғәт контроле буйынса совет
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Эштәр менән идаралығы
  • Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
  • Республика Советы
  • Президент Советы
  • Урындағы үҙидара буйынса совет
  • Башҡортостан Республикаһының коррупцияға ҡаршы комиссияһы
  • Башҡортостан Республикаһының террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы
  • Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы

Башҡортостан Республикаһы Президенттары

Башҡортостан Республикаһы Башлыҡтары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads