Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты — Сибай ҡалаһындағы төп предприятие. 1948 йылда нигеҙ һалына, Яңы Сибай һәм башҡа ятҡылыҡтарҙан полиметалл мәғдән сығарыу һәм байыҡтырыу менән шөғөлләнә. 2004 йылда уның етештереү базаһында «Учалы ГОК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы булдырыла. 2004 йылда донъяла тәрәнлеге буйынса (500 м) икенсе урынды биләгән карьерҙа аҙаҡҡы мәғдән тоннаһы сығарыла. Хәҙерге көндә байыҡтырыу фабрикаһы Яңы Сибай ятҡылығының ер аҫты руднигы Каманган һәм Түбәнге мәғдән ятыштарында эшләй.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads