Беларусь халҡы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Белорусь халҡы — Беларусь Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡ. 2015 йылдың 1 апреленә ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, республика халҡы 9 481,1 мең кеше тәшкил итә[1]. 2014 йыл башына халыҡ һанының үҫеше 9929 кеше була. 2014 йылдың ғинуар-сентябрен 2013 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда халыҡ һаны 75,3 процентҡа кәмегән һәм 1545 кеше тәшкил иткән[1]. Миграция үҫеше 2014 йылдың ғинуар-сентябренә 8 474 кеше була[1].
Remove ads
Һаны
2009 йылдағы иҫәп алыуҙар буйынса республика халҡы 9 млн. 503 кеше тәшкил итә[2] 2014 йылдың 1 октябренә халыҡ һаны 9 млн. 475 мең кеше була.
1993 йылдан башлап, республика халҡының һаны кәмей. Бының төп сәбәбе — тыуымдың үлем кимәленән түбән булыуы. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа үлем осраҡтарының әҙәйеүе, тыуымдың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2008 йылдың ғинуар-мартында тыуым күрһәткесе 10,5, ә 2007 йылдың ошо осоронда 10,3 була[4]. 2012 йылдың тәүге 9 айында тыуым коэффициенты 12,0 промилль тәшкил итә. Үлем күрһәткесе иһә 2008 йылдың ғинуар-мартына — 14,5, 2007 йылдың ошо ваҡытына — 14,9, 2006 йылда — 14,3, 2005 йылда 14, 5 була. 2012 йылдың 9 айына был күрһәткес 13,2 промилль һанала. Бер йәшкә тиклемге балаларҙың үлем осрағы ла кәмей. Ҡалаларҙың 39 процентында һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙың 21 процентында тәбиғи артым билдәләнһә, ауыл ерҙәрендә, киреһенсә, тәбиғи кәмеү күҙәтелә[4]. 2007 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ 0,06 процентҡа арта, миграция сальдоһы ыңғай һанала. Илгә инеүселәр сығыусыларға ҡарағанда күберәк була.
![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
1970—1979 | 1979—1989 | 1989—1999 | 1999—2009 |
Remove ads
1950 йылдан демографик күрһәткестәр[5][6]
Белоруссия халҡының иҫәп диаграммаһы
![]() | ![]() | ![]() | ||
Тыуым иҫәбенең дөйөм коэффициенты (1000-гә) |
Үлем иҫәбенең дөйөм коэффициенты (1000-гә) | Тәбиғи үҫеш (1000-гә) |
- ..
Remove ads
Социаль күрһәткестәр

2012 йылда Белорусиялағы ғүмер оҙонлоғо 72,2 йәш һанала. Был күрһәткес ирҙәрҙең — 66,6 ҡатындарҙың 77,6 йәшенән үтмәй[7]. Украина һәм Рәсәй менән сағыштырғанда был күрһәткес бер нисә тапҡырға юғарыраҡ, ә башҡа европа илдәренекенән күпкә түбәнерәк. Ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһындағы ғүмер оҙонлоғоноң айырмаһы ҙур проблема булып һанала. 2008 йылда был айырма 12 йыл иҫәпләнә. Ҡала ерҙәрендә был күрһәткес — 11, ауылда −14 тәшкил итә[8]. 2013 йылдың 1 ғинуарына Белоруссияла 60 йәште уҙған кешеләр республика халҡының 19,64 % -тын тәшкил итә[9] (по классификации ООН страна считается старой, если таких людей — 14 %)[10]. Һуңғы йылдарҙа балалар һаны ла арта[9]. 2008 йылда 100 ҡыҙға 106 малай тыуған. Бала табыусы ҡатындарҙың уртаса йәше — 26,8, тәүге балаһын табыусыларҙыҡы −24,4 йәш. [11]. 2011 йылға балалы ғаиләләр һаны 1205,6 мең була. Уларҙың 65,7%-ы бер генә балаға, 28,9 % -ты ике, өс йәки унан күберәк балаға ни бары 5 % ҡына ғаилә эйә[12]. 2008 йылда балиғ булмаған әсәләрҙән 1383 бала тыуған[11]. Иң юғары тыуым кимәле Брест өлкәһендә, ә түбән кимәл Витебск өлкәһендә күҙәтелә. Витебск өлкәһендә шулай уҡ, бөтә республика буйынса юғары үлем коэффициенты күҙәтелә. Ә Минск өлкәһендә был һан түбән.
Никахтар һәм өйләнешеүҙәр
2012 йылда Белоруссияла 76 245 никах (был 1000 кешегә 8,1тигән һүҙ) һәм 39 034 айырылышыу теркәлгән (1000 кешегә 4,1). Иң күп никахлашыу Могилев өлкәһендә (8,4), иң әҙе Брест өлкәһендә (7,6) теркәлгән; ә иң күп айырылышыу осрағы Витебск һәм Гомель өлкәләрендә һәм Минск ҡалаһында (1000 кешегә 4,3), ә иң әҙе Брест өлкәһендә (3,7) һанала[13]. 2012 йылда тәүге тапҡыр никахҡа инеүҙең уртаса йәше — ирҙәр өсөн — 26,7 (1980 йылда — 24,3) һәм ҡатын-ҡыҙар өсөн 24,6 (1980 йылда 22,9); 2012 йылда икенсе тапҡыр никахҡа инеүҙең уртаса йәше ирҙәр өсөн — 40,5, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 37,6 йәш[13]. Никах һәм айырылышуҙар статистикаһы[13]:
Хеҙмәт ресурстары
Уҡымышлылыҡ кимәле
Республика халҡы өсөн донъя үлсәме буйынса юғары белем кимәле характерлы. 2009 йылғы иҫәп алыуҙар һөҙөмтәһенә ярашлы, 10 һәм унан олораҡ йәштәгеләрҙең 17,9%-ы юғары, 25,6%-ы урта махсус белемгә эйә[14].
Ғаилә
2009 йылдағы иҫәп алыуҙар һөҙөмтәһе республика халҡына аҙ балалыҡ хас тип күрһәтә, бер ғаиләг бер бала. Дөйөм ғаиләләрҙең 65,9 % -ы бер генә балаға, 28,3%-ы ике һәм 5,2%-ы өс һәм унан күберәк балаға эйә е[15]. 2010 йыл башында тыуым кимәленең суммар коэффициенты яйлап үҫә. 2012 йылда Ауылда ул ҡала еренә ҡарағанда юғарыраҡ була. [[15].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads