Беловежье шырлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Беловежье шырлығы («Беловежье урманы» милли паркы) — Белоруссияның тәбиғәтте һаҡлау дәүләт учреждениеһы. Был биләмәлә реликт һаналған «Беловежье шырлығы» урман массивы урынлашҡан. Паркта һаҡланыусы ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 150 069 га[3].
Remove ads
Дөйөм мәғлүмәт
Парктың биләмәләре төньяҡтан алып көньяҡҡа — 65 км, көнсығыштан көнбайышҡа 20-нән алып 52 километрға тиклем һуҙылған. Көнбайышта Польша Беловежье милли паркына һәм шулай уҡ Польша дәүләт урмандарына барып терәлә. Беловежье милли паркы]составына 16 — урман, тағы ла «Шерешево» һәм «Выгоновское» исемле ике һунарсылыҡ-урмансылыҡ хужалығы инә. Паркта дүрт төрлө һаҡлау режимы ҡаралған:
- ҡурсаулыҡ зонаһы. Был биләмәлә бөтә хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйылған(38,0 %);
- көйләнгән файҙаланыу зонаһы(26,1 %);
- рекреацион зона (5,2 %);
- хужалыҡ итеү зонаһы (30,7 %)[3].
Бынан тыш тағы ла парк ситтәрендә дөйөм майҙаны 90 мең га булған буфер зонаһы бар (мәғлүмәттәр 2004 йылғы). Бында ла хужалыҡ итеү тыйылған.[4].
Парк Брест һәм Гродно өлкәләре биләмәһендә урынлашҡан. Өс районды эсенә ала: Каменец районы, Пружан районы һәм дә Свислоч районы[3]. Хакимиәт үҙәге Каменюки ауылында[5].
Парк туранан тура Беларусь Республикаһы Президентына буйһона[2][6]. Тәбиғәтте һаҡлау менән бер рәттән ғилми-тикшеренеү эштрәре лә алып барыла. Шулай уҡ туристар өсөн шарттар булдырылған. Бер нисә коммерция предприятиеһы эшләй. Ағас эшкәртеү заводы, художестволы һәм таксидермик оҫтаханаһы, ауыл хужалығы предприятиеһы. Штатта 900 тирәһе кеше эшләй.[6]. Парк эре туристик үҙәк булып тора. Ҡунаҡханалар, отелдәр, ресторан, спорт майҙансыҡтары, музей, хайуандар торған яланкәртәләр бар. Ҡарарға килеүселәр Тышкивичтар усадьбаһы, иҫке батша тракты, Каменец манараһы (XIII быуат) менән таныша ала. Милли парк биләмәһендә «Вискули» хөкүмәт резиденцияһы урынлашҡан.

Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads