Беренсе Болгар батшалығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Беренсе Болгар батшалығы (болг. Първo българско царство) — 681 йылдан 1018 йылғаса йәшәп килгән болгар дәүләте. Төрки һәм Аспарух хан етәкселегенәдге славян ҡәбиләләре тарафынан барлыҡҡа килгән а[6][7][8]. Иң сәскә атҡан ваҡыты Симеон 1-се ваҡытында була. Дәүләттең баш ҡалаһы 893 йылдан Плиска[9].
Византис Э.Арвелер ҡарашы буйынса, Болгар батшалығы «Византия биләмәләрендә барлыҡҡа килгән беренсе варварҙар дәүләте» булған.[10]
Ҡыҫҡа ғына осорҙағы алға китеш ваҡытында Балҡан ярымутрауының бер өлөшөн баҫып ала һәм өс диңгеҙгә сығыу юлына эйә була. 969 йылда көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәргә бүленә[9]. 1018 йылда византия X быуат императоры (Никифор Фока, Иоанн Цимисхий и Василий II) дәүләттең юҡҡа сығыуына сәбәпсе була[11][12][13].
Remove ads
Тәү тарих
632 йылда Ҡөбрәт хан болғарҙарҙың элекке төрки ҡәбиләләрен берләштерә башлай. Шулай итеп ул «Бөйөк Болгария» хәрби-сәйәси башланғыс төҙөй[14] [15].
Беренсе Болгар батшалығының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше
Биләмә

Балҡанда болгарҙарҙың элекке төрки ҡәбиләләре урындағы славян ҡәбиләләре бенән берләшеп Беренсе Болгар батшалығы төҙөй. Ул яйлап хәҙерге Болгария биләмәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөн баҫып ала. Тәүге баш ҡалаһы Плиска була. Сик Днепр йылғаһы буйлап төньяҡҡа һуҙылған, көньяҡта Стара Палина тауҙар сылбыры буйлап, көнбайышта Иҫҡыр йылғаһы буйына, көнсығышта Ҡара диңгеҙгә барып сыға. 681 йылда Аспарух Дунай тамағында византия императоры Константин IV-тең ғәскәрен ҡыйрата. Византия яһаҡ түләргә мәжбүр булыуы тураһындағы Килешеү буйынса болгар дәүләте дәүләт булараҡ таныла.
Remove ads
Беренсе Болгар дәүләте кризисы
VIII быуат урталарында Болгар ханлығын эске сәйәси кризис солғап ала. Хакимлыҡ иткән Дуло ырыуы ил менән етәкселек итеүҙән бушатылғандан һуң, 15 йыл эсендә 7 хан тәхеткә ултырған. Шулай уҡ эске көрсөккә Византия менән алып барылған туҡтауһыҙ һуғыштар ҙа булышлыҡ иткән. Византия императоры Константин V Болгар иленә 9 тапҡыр һөжүм ойошторған. Кризис Телериг хан ваҡытында бөтөрөлә, әммә уға ла алдағы хандар кеүек, 12 йыллыҡ хакимлыҡтан һуң ҡасып ҡотолыу юлы асыла. Хәйләкәрлеге арҡаһында Телериг Болгария баш ҡалаһындағы барлыҡ Византия агенттарын юҡ итеүгә өлгәшә. Кризис тулыһынса Кардам хан ваҡытында бөтөрөлә.
Крум, Омуртаг, Борис

803—814 йылдарҙа Курум хан етәкселеге ваҡытында Болгария биләмәһен киңәйтә. Көньяҡта византиялыларҙы, көнбайышта аварҙарҙы яулап ала. 805 йылда Авар ҡағанаты ерҙәрен баҫып ала һәм тимочан ырыуын үҙенә ҡуша. 809 йылда Сердик ерҙәрен яулай (хәҙерге София). Византия императоры Никифор 1-се ғәйәт ҙур ғәскәр туплап, болгарҙарҙы талай һәм баш ҡалалары Плисканы яндыра. Аҙаҡтан Курум, илдең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында, Иҫке Планина тарлауыҡтарының береһендә дошман яуын тулыһынса юҡҡа сығара. 814 йылғы һуғышта Курум вафат була. Һөҙөмтәлә был ҡурҡыу белмәҫ, яусыл хан етәкселеге ваҡытында биләмәһе ҙурая. Тиса йылғаһынан алып көнсығышта Днестрғаса барып етә. Көньяҡта сиге Рила тауҙарына етә. Оҙаҡ һуғыштарҙан һәм уңышһыҙ булған тыныс килешеүҙәрҙән һуң Курум Константинополде һуғышып алырға ҡарар ҡыла. Тик билдәһеҙ сәбәптәр менән вафат булып ҡуя.

Хандың улы Омуртаг етәкселек иткән осорҙа (816—831), Византия менән 30-йыллыҡ тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Был эпохала (VIII—IX быуаттарҙа) Плискела, Мадарала һәм башҡа урындарҙа бик күркәм архитектура һәм скульптура һәйкәлдәре төҙөлә. Борис I етәкселеге ваҡытында (852—889) яңы славян алфавиты барлыҡҡа килә.
865 йылда болгарҙарҙың дәүләт дине итеп христиан дине иғлан ителә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads