Бикметов Евгений Юрьевич

социолог, ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Бикметов Евгений Юрьевич (15 октябрь 1964 йыл) — социолог. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Евгений Юрьевич Бикметов 1964 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1993—1994 йылдарҙа һәм (ике йыл өҙлөктө иҫәпкә алмағанда) артабан Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта, был арауыҡ эсендә төрлө вазифалар биләп, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә (ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, социология һәм политология кафедраһы профессоры, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы профессоры). 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының квалификацияны камиллаштырыу факультеты деканы булып эшләй[1].

Өфө дәүләт авиация техник университеты аспирантураһында кандидатлыҡ диссертацияһын (1993) һәм докторлыҡ диссертацияһын (2003) яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Теоретико- методологические проблемы оптимизации управления современным образованием» (22.00.08 — «идара итеү социологияһы» һөнәре буйынса)[2].

Профессиональ йәмғиәт эшмәкәрлеге:

Бикметов Е. Ю. социология фәндәре буйынса ӨДАТУ янындағы диссертацион советы ағзаһы булып тора. Рәсәй социологтар союзы ағзаһы[2].

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф социологияһына, социаль коммуникациялар проблемаларына арналған. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау грамотаһы (2009)[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads