Биометрия

кешеләрҙе бер йәки бер нисә физиологик йә тәртип-ҡылыҡ һыҙаты буйынса идентификациялау системаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Биометрия
Remove ads

Биоме́три́я — кешеләрҙе бер йәки бер нисә физиологик йә тәртип-ҡылыҡ һыҙаты (йөҙҙөң йә кәүҙәнең өс үлсәмле фотоһы, тауыш үрнәге, бармаҡ эҙҙәре, ҡулдағы ҡан тамырҙарының рәсеме, ҡан төркөмө, күҙ мөгөҙсәһенең махсус фотоһы һ.б.) буйынса таныу системаһы. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә биометрик бирелмәләр инеү йә инеүҙе контролләү идентификаторҙарына идара итеү өсөн ҡулланыла. Биометрик анализ күҙәтеү аҫтындағы кешеләрҙе асыҡлау өсөн (АҠШ-та киң ҡулланыла, Рәсәйҙә — бармаҡ эҙҙәре буйынса) хеҙмәт итә.

Ҡыҫҡа факттар
Thumb
Диснейуорлдта бер билеттың гел бер кеше тарафынан ғына ҡулланылыуын бармаҡ эҙҙәрен биометрик таныу аша тикшерәләр
Remove ads

Төп принциптары

Биометрик бирелмәләрҙе ике төп класҡа бүлергә була:

  • Физиологик — кәүҙә төҙөлөшөнә ҡарай. Мәҫәлән, бармаҡ эҙҙәре, йөҙҙө таныу, ДНК, ҡулдың усы, күҙҙең селтәрле шекәрәһе, еҫ, тауыш.
  • Тәртип-ҡылыҡ — кешенең тәртибе һәм ҡылығына бәйле. Мәҫәлән, кешенең атлап йөрөү үҙенсәлеге, телмәре. Ҡайһы берҙә биометрияның был класы өсөн ингл. behaviometrics термины ҡулланыла.

Билдәләмәләр

Thumb
Биометрик анализдың яҡынса структура системаһы  (инг.)

Биометрик приборҙар өлкәһендә ҡулланылған төп билдәләмәләр[1]:

  • Универсаллек  — үлсәнелеүсе билдәләрҙең һәр кешегә хас булыуы.
  • Уникаллек — биометрик күҙлектән кешенең башҡаларҙан айырылып тороуы.
  • Даимилек — һайланған биометрик һыҙаттарға ваҡыттың йоғонтоһо (мәҫәлән, ҡартайғанда).
  • Ҡулайлылыҡ — үлсәм алыуҙың ябайлығы.
  • Етештереүсәнлек — ҡулланылған технологияларҙың теүәллеге, етеҙлеге, ышаныслылығы.
  • Яраҡлылыҡ — технологияның дөрөҫ һөҙөмтә биреү кимәле.
  • Юҡ ителә алыу — алмаштырыу анһатлығы.

Биометрик система ике режимда эшләй ала:

  • Верификация — биометрик ҡалып менән 1:1 нисбәтендә сағыштырыу. Кешенең үҙеме-түгелме икәнен тикшерә. Верификация смарт-карта, ҡулланыусының исеме йә идентификациялау номеры буйынса эшләнә ала.
  • Идентификация — кешене башҡалар менән сағыштырыу. Биометрик бирелмәләрҙе алғас, шәхесте тикшереү өсөн биометрик бирелмәләр базаһына тоташыла. Бирелмәләр базаһында өлгө табылһа, шәхесте идентификациялау уңышлы үтә.


Remove ads

Бурыстар һәм проблемалар

Йәшеренлек һәм сикләү

Биометрик теркәлеү ваҡытында алынған бирелмәләр теркәлгән индивид ризалыҡ бирмәгән (белмәгән) маҡсаттарҙа ҡулланылырға мөмкин.

Һаҡланыулы бирелмәләр эйәләренә янаған хәүефтәр

Һаҡланыулы мөлкәткә бурҙар үтеп инә алмаған осраҡта, инеү мөмкинлеген ҡулға төшөрөү өсөн биометрик идентификаторҙарҙы йөрөтөүсегә һөжүм итеү ихтималлығы бар. Биометрик ҡулайлама менән һаҡланған әйбер эйәһенә был әйбергә ҡарағанда ла ҡиммәтерәк зарар килтерелергә мөмкин. Мәҫәлән, 2005 йылда Малайзияла бурҙар S-класлы Mercedes-Benzты алып ҡасыр өсөн хужаһының бармағын ҡырҡып ала[2].

Биометрик бирелмәләр цифрлаштырылғанлыҡтан, улар уғрылыҡҡа ҡаршы тора алмай. Уғры, сканерҙан эшкәртеүсе ҡулайламаға илткән шинаға тоташып, сканланыусы объект тураһында бөтә мәғлүмәтте эләктерә ала. Артабан уға мөлкәт эйәһенең кәрәге юҡ, сөнки ул сканерһыҙ ҙа шинаға тоташа һәм сканланған кеше исеменән бөтә операцияларҙы башҡара ала.

Үҙгәртелә торған биометрик бирелмәләр

Биометрия менән сағыштырғанда серһүҙҙең өҫтөнлөгө — уны алмаштырыу мөмкинлегендә. Серһүҙ урланһа йә юғалһа, уны яңы версия менән алмаштырып була. Биометрияның ҡайһы бер варианттарында алмаштырыу мөмкин түгел. Әгәр берәй кешенең йөҙ параметрҙары урланһа, йөҙҙө үҙгәртеп булмай. Ҡулланыуҙан алына алған биометрик бирелмәләр был хәлдән ҡотолоу юлы булып тора. Тәүләп уны Ratha һәм башҡалар тәҡдим итә[3].

Халыҡ-ара кимәлдә биометрик бирелмәләр менән алмашыу

Күп илдәр, шул иҫәптән АҠШ, биометрик бирелмәләр менән алмашыуҙа ҡатнаша. 2009 йылда АҠШ-тың Ассигнованиелар буйынса комитетының Милли хәүефһеҙлек буйынса аҫкомитетында ошо хаҡта белдереү яһала[4].

Рәсәйҙә ҡануниәт көйләүе

«Персональ бирелмәләр тураһында» 2006 йыл 27 июль 152-се Федераль закондың 11-се статьяһы биометрик бирелмәләрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен көйләй. Шулай уҡ 2017 йылдың 29 декабрендә көсөнә ингән 482-ФЗ Федераль законы банк, белем биреү һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙә, ә артабан йәмәғәт транспортында йөрөгәндә юл хаҡын түләүҙә лә яйлап идентификациялауҙың биометрик ысулдарына күсеүгә юл аса. 2019 йылдың июлендә Рәсәйҙең Дәүләт думаһы комитеты банк клиенттарын биометрик идентификациялау тураһында закон проектын хуплай[5].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Биометрик технологиялар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads