Бисярин Василий Григорьевич

совет партия һәм дәүләт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Бисярин Василий Григорьевич (18931949) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының һәм ВКП(б-ның Новгород өлкә комитетының яуаплы секретары. Коммунистар партияһының XI, XIII, XV һәм XVI съездары делегаты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Бисярин Василий Григорьевич 1893 йылда Өфө губернаһының Ҡытау- Ивановкск ҡалаһында тыуған

Фармацевтика курсты тамамлағандан һуң Өфөлә дарыуханала эшләй башлай[1].

1914 йылда РСДРП(б)-ға инә. 1916 йылда партия йәшерен эшмәкәрлеге өсөн Златоуст ҡалаһында ҡулға алына һәм Турғай өлкәһенә һөрөлә.

1917-1918 йылдарҙа РСДРП(б)-ның Златоуст комитетының секретары була[2].

1919 йылдың февраль — март айҙарында — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.

1919 йылдың июленән — РККА-ның 5-се армияһы 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары, 1919 йылдың октябренән декабренә тиклем — 27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары.

1920 йылда Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

1921 йылдың июленән 1922 йылдың декабренә тиклем — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.

1922 йылдың июленән сентябренә тиклем, А. И. Жеханов менән берлектә , РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ике яуаплы секретарының береһе була[3].

1923-1925 йылдарҙа РКП(б)/ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында эшләй. 1925-1930 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Новгород өлкә комитетының секретары.

Артабан Ленинград ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була.

1932 йылдан алып — Мәскәү ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан — Мәскәү өлкә халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1936 йылдан алып — Мәскәү өлкә сәнғәт эштәре буйынса идаралығы начальнигы.

1942 йылдан алып Баш дарыухана склады идарасыһы була, 1945-1947 йылдарҙа — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының дауахана идаралығы начальнигы.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads