Бишҡурай (Туймазы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Бишҡурай (рус. Бишкураево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 680 кеше[1]. Бишҡурай ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452793, ОКАТО коды — 80251805001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Исеме

Башта ауыл Бишкураз («биш» һәм «кураза» (фарсы-иран теленән) — әтәс һүҙҙәренән яһалған) исеме йөрөткән. XX быуат башынан хәҙерге исеме менән йөрөй[2].

Тарихы

Бишҡурай ауылына Өфө губернаһы канцелярияһының 1742 йылғы указы һәм Ҡаңлы улусы башҡорттары менән 1775 йылдың 12 июлендәге керҙәшлек килешеүе буйынса типтәрҙәр тарафынан нигеҙ һалына. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, ағас һәм тегенселек эштәре, тимерселек менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, «мәктәп», 4 тирмән (1895) булған. XIX быуаттың 30-сы йылдарында ауыл халҡының 370 умартаһы була. 1906 йылда 2 мәсет теркәлгән.

1795 йылда 57 йортта 279 кеше йәшәгән, 1858 йылда 145 ихатала 1033 типтәр, 1870 йылда 185 ихатала 1134, ә 1920 йылда 457 ихатала 2268 типтәр йәшәгән[3].

Remove ads

Хәҙерге осор

Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Татарҙар йәшәй (2002)[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август2268
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1440
1959 йыл 15 ғинуар976
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар662
2002 йыл 9 октябрь600
2010 йыл 14 октябрь68034034050,050,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр — башҡорттар (59 %), татарҙар (41 %)[5].

Remove ads

Географик урыны

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 45 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 20 км.

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Гагарин тыҡрығы (рус. переулок Гагарина)
  • Тау башы урамы (рус. улица Нагорная)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Шоссе урам (рус. улица Шоссейная)
  • Көньяҡ урам (рус. улица Южная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads