Бобер Николай Васильевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Бобер Николай Васильевич (1 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Милләте — украин[2]
Remove ads
Биографияһы
Николай Васильевич Бобер 1947 йылдың 1 авгусында БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылында тыуған.
1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.[3]
1966—1969 йылдарҙа —"Востокнефтезаводмонтаж" трестының монтаж идаралығы слесарь-монтажсыһы, 1969—1971 йылдарҙа — трестың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары.
1971—1984 йылдарҙа — «Востокнефтезаводмонтаж» тресының монтаж идаралығы мастеры, монтаж участкаһы етәксеһе, «Бирскмежрайгаз» тресының баш инженеры, идарасыһы.
1984—1987 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1987—1992 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992—1998 йылдарҙа — Бөрө ҡала хакимиәте башлығы, 1998 йылдан Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы.
48-се Иглин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[4][5]
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
- БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- [Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads