Богомолов Дмитрий Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Богомолов Дмитрий Васильевич (5 март 1909 йыл — 28 ғинуар 1961 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ы тупрағын ҙур масштаблы тикшереү һәм республиканың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһын төҙөү етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Дмитрий Васильевич Богомолов 1909 йылдың 5 мартында Екатеринодар (1920 йылдан Краснодар) ҡалаһында тыуған. 1930 йылда Кубань ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Эш урыны: Краснодар тәмәкеселек институты, Әзербайжанда Муган тәжрибә-тоҙло тупраҡ станцияһы, Кавказ аръяғы һыу хужалығы институты — 1928—1932 йылдарҙа.

1932 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы составында Башҡортостандың тупрағын өйрәнә.

Аҙаҡ Өфө ҡалаһында тупраҡ-ботаника бюроһының тупраҡ бүлеге мөдире булып эшләй.

Уның етәкселеге аҫтында 1934—1940 йылдарҙа Башҡортостанда беренсе тапҡыр тупраҡты комплекслы өйрәнеү үткәрелә, һәм 1941 йылда Башҡортостандың беренсе йыйылма тупраҡ картаһы (масштабы 1:2000 һәм 1:500) төҙөлә. Тупраҡты өйрәнеү һөҙөмтәләре уның тарафынан «Почвы Башкирской АССР» монографияһында дөйөмләштерелә. М. М. Туровцев менән берлектә Богомолов Д. В. 1941 йылда 1:500000 масштабында республиканың бөтә территорияһының тәүге тупраҡ картаһын төҙөй. 1954 йылда Д. В. Богомолов тарафынан Башҡортостан тупрағының беренсе генетик классификацияһы төҙөлә.

Богомолов Дмитрий Васильевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — Башҡортостанда тупраҡтың барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм тупраҡ япмаһының формалашыуы; тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары системаһы, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү мәсьәләләре.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены

Хеҙмәттәре

  • Почвенная карта Башкирской АССР. М 1:600 000. М., 1941;
  • Почвы Башкирской АССР. М., 1954.
  • Почвы Башкирии. В 2 т. Уфа, 1975

Әҙәбиәт

  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 1: Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads