Болдырев Владимир Михайлович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Болдырев Владимир Михайлович (27 май 1915 йыл — 10 март 1998 йыл) — ветеринар врач, дәүләт хеҙмәткәре. 1966—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1965). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1973). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1946, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Михайлович Болдырев 1915 йылдың 27 майында Пенза губернаһының Мухановка ауылында тыуған.
1938 йылда Һарытау зооветеринария институтын тамамлаған.
1950 йылдан алып һөнәре буйынса республика ветеринария клиникаһы директоры вазифаһында эшләй. 1952—1960 йылдарҙа — баш ветеринар табип, ә 1966—1975 йылдарҙа — БАССР Ауыл хужалығы министрлығының бүлек башлығы, 1960—1966 йылдарҙа — Башҡортостан фәнни-производство ветеринар лабораторияһы директоры.
Башҡортостанда бруцеллёз, трихофития, туберкулёз, сусҡа һәм ҡош тағундары, бешмә эпизоотияһын бөтөрә, трихофитиянан ТФ-130 вакцинаһын индерә.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1946. 1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1946)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966).
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы 2014 йыл 2 февраль архивланған.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads