Бохәрмәтов Радик Мазһар улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Бохәрмәтов Радик Мазһар улы (12 апрель 1958 йыл — 20 октябрь 2021 йыл) — инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2002 йылдан Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2009—2011 йылдарҙа хакимиәт башлығы.
Remove ads
Биографияһы
Радик мазһар улы Бохармәтов 1958 йылдың 12 апрелендә Стәрлетамаҡ районының Левашевка ауылында тыуа.
«Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда «Салаватстрой» тресының балта оҫтаһы-бетонсы булып башлай.
1979—1989 йылдарҙа — мастер, СУ-3 прорабы, УПТК-ның баш инженеры, «Салаватстрой» тресының СУ-5 начальнигы.
1989—1992 йылдарҙа — «Ишимбайжилстрой» тресының идаралыҡ начальнигы.
1992—1994 йылдарҙа — «Истрон» фирмаһы (социаль, мәҙәни, көнкүреш объекттарын һәм торлаҡ төҙөүҙе тормошҡа ашыра) подразделениеһы директоры[1].
1994—2002 йылдарҙа — «Ишимбайстройсервис» директоры, Ишембай ҡалаһының СМУ-1 директоры, «Салаватремстрой» МУП-ының баш инженеры.
2002—2005 йылдарҙа — Салауат ҡалаһының хакимиәт башлығы урынбаҫары.
2006—2009 йылдарҙа — «Салаватстройзаказчик» МУП-ының капиталь төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары.
2009 йылдан Өфөлә «Стройтрансгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләй.
Салауат ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
2009 йылдың 23 майынан Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Өйләнгән. 2 балаһы бар.
2011 йылдың мартында отставкаға китә[2].
2021 йылдың 20 октябрендә вафат була[3].
Remove ads
Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе
- Көрсөк бөтөрөлә
- Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейы эш башлай.
- Салауат ҡалаһының социаль-иҡтисади хәл-торошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
- Салауат баҡсасылары ер һалымы түләүҙән азат ителә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads