Вавель аждаһаһы
поляк фольклорында аждаһа From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вавель аждаһаһы (пол. smok wawelski) — легендар аждаһа, (Аждаһа соҡоро) Краковта Вавель ҡалҡыулығы итәгендәге, имеш, мәмерйәлә йәшәгән.
Remove ads
Легенда
Иң боронғо (XII быуат) Винцентий Кадлубек яҙған был легенданың вариантына ярашлы [1], король Крак хакимлығы ваҡытында (Краков ҡалаһына нигеҙ һалыусы, уның исеме менән ҡалаға исем бирелә) Краковта йән эйәһе— аждаһа, тереләй йотоусы (пол. całożerca, лат. holophagus — йәғни ҡорбандарын тулыһынса йотоусы) барлыҡҡа килә. Аҙнаһына бер тапҡыр аждаһаға ҡорбанға һыйыр килтерергә кәрәк булған; әгәр ул уны алмаһа, алмашҡа кешеләрҙе ашаған. Ҡаланы ғифриттән ҡотҡарыу өсөн, Крак үҙенең ике улын, Крак һәм Лехты аждаһаны үлтерергә ебәргән. Улдары йыланды алышта еңә алмаған, шуға күрә улар хәйләкәрлеккә бара. Улар һыйыр тиреһенә көкөрт тултырғандар, һәм, аждаһа быны йотоп, тонсоғоп үлә. Йылан үлгәндән һуң ағалы-ҡустылы еңеү кемдеке икәнлеге тураһында бәхәсләшеп китә. Өлкән ағаһы, Лех, ҡустыһын үлтерә, ә һарайға ҡайтып ингәс Крак аждаһа менән алышта һәләк булды тип әйтә. Әммә ҡустыһын үлтереүсенең сере асыла һәм уны илдән ҡыуалар, ә ғәйепһеҙгә үлтерелгән ҡустыһы хөрмәтенә ҡаланы Краков тип атайҙар.
Ян Длугош үҙенең йылъяҙмаларында аждаһа өҫтөнән еңеүҙе король еңеүе тип иҫәпләй, ә туған-ара үлтерешеүҙе Крак үлгәндән һуңғы ваҡытҡа күсерә.
Легенданың (XVI быуат) Йоахим Бельский версияһы буйынса аждаһаны итексе Скуба еңә. Ул тәнсәләргә көкөрт тултырып монстрға ташлай. Быҙауҙарҙы ашаған аждаһаның тамағы ныҡ әсетә башлай, ул ярты Висла йылғаһын эсә һәм шартлай.
Remove ads
Кәүҙәләнештәре
1972 йылда Вавель ҡалҡыулығы эргәһендә Червен бульварында аждаһа һәйкәле ҡуйыла, авторы поляк скульпторы Бронислав Хромый. Аждаһа һәр биш минут һайын ут бөркә йәки 7168 телефоны аша «smok» тексты менән хәбәр ебәрә[2].
2015 йылда "Allegro" студияһы Legendy Polskie cthbz8syfy ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә, унда аждаһа татуировкалы ир (дат бодибилдеры Ким Колд уйнай) һәм уның осоп йөрөүсе машинаһы. Аждаһа матур ҡыҙҙарҙы яратыусы, ул уларҙы урлай һәм ҡала ситендәге виллаларының береһендә йәшереп тота.
Remove ads
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads