Вакканай
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вакканай (япон. 稚内市Вакканай-си ) — Хоккайдо утрауында порт, Соя округының үҙәге, Японияла иң төньяҡ ҡала.
Ҡаланың майҙаны — 76089 км², халҡы 37 001 кеше (2014 йылдың 30 июненә ҡарата), халыҡ тығыҙлығы — 48,63 кеше/км²
Ҡала Охот диңгеҙенең Лаперуз боғаҙы ярында урынлашҡан, ул Хоккайдоны Сахалин утрауынан айыра. Ҡалаға 1949 йылдың 1 апрелендә нигеҙ һалына.
Климат дымлы, елле һәм ямғырлы, йылына 1100 мм ашыу яуым-төшөм яуа. Ғәҙәттә, яуым-төшөм ҡышын ҡар рәүешендә.
Южно-Сахалинск, Невельск һәм Корсаков — Вакканайҙың туғандаш ҡалалары.[4] Портҡа йыш Рәсәй моряктары килә.
Remove ads
Климаты
Вакканай климаты уртаса муссонлы. Куросионың йылы ағымы йоғонтоһо арҡаһында ҡыштар бында яҡында урынлашҡан Южно-Сахалинскҡа һәм бер үк киңлектә тиерлек урынлашҡан Тернееға ҡарағанда күпкә йомшаҡ . Әммә бында шул уҡ географик киңлектәрҙә ятҡан Краснодар йәки Симферополь үлсәме буйынса ҡыштар шулай ҙа ныҡ һалҡын.
Кёппен классификацияһы буйынса Вакканайҙа дымлы континенталь климат (Dfb).
Remove ads
Мәғарифы
Юғары белем
Шәхси университеттарҙың береһе — Вакканай Хокусэй Гакуэн (яп. 稚内北星学園大学).
Мәктәптәре
Башланғыс мәктәп (1—6 йыл уҡыу): Вакканай Тюю (稚内中央), Вакканай Минато (稚内港), Вакканай Минами(稚内南), Вакканай Хигаси(稚内東), Сиомигаока (潮見が丘), Коэтой (声問), Соя (宗谷), Омисаки (大岬), Томиисо (富磯).
Урта мәктәп (уҡыу йылдың 7—9 йыл уҡыу): Вакканай Тюгакко (稚内), Вакканай Минами Тюгакко (稚内南), Вакканай Хигаси Тюгакко (稚内東), Соя Тюгакко (宗谷), Сиомигаоко Тюгакко (潮見が丘).
Өлкән мәктәп (10—12 йыл уҡыу): Хоккайдо Котогакко Вакканай (北海道稚内高等学校) һәм шәхси мәктәп Вакканай Отани Котогакко (稚内大谷高等学校).
Remove ads
Транспорты
- Hokkaido JR — Вакканай станцияһы
Төп Соя линияһының һуңғы станцияһы. Поезд Асахикаванан килә.
Корсаков менән паромлы кисеү менән тоташҡан.
Ҡаланан көнсығышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта аэропорт урынлашҡан (ИАТА: WKJ, ИКАО: RJCW).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads