Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы
Грузиялағы музыка юғары уҡыу йорто From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тбилиси консерваторияһы — Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙағы юғары музыка уҡыу йорто.
Тарихы
Консерватория 1917 йылдың 1 майында асыла. 1924 йылда консерватория дәүләт консерваторияһы статусын ала. 1947 йылда консерваторияға Вано Сараджишвили исеме бирелә.
Төрлө ваҡытта консерваторияға мәшһүр грузин һәм Рәсәй музыканттары етәкселек итә:
- Николай Николаев (1917—1918)
- Николай Черепнин (1919—1922)
- Михаил Ипполитов-Иванов (1924—1925)
- Захарий Палиашвили (1918—1919; 1922—1923; 1930—1931)
- Димитрий Аракишвили (1926—1929)
- Григорий Киладзе (1945—1952)
- Иона Туския (1952—1961)
- Отар Тактакишвили (1962—1964)
- Сулхан Цинцадзе (1965—1984),
- Нодар Габуния (1984—2000)
Әле консерваторияның ректоры — профессор Резо Кикнадзе.
Консерватория урынлашҡан бина Грузияның архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ул 1917 йылда төҙөлөп бөткән. Консерваторияның 500, 200 һәм 80 урынлыҡ өс концерт залы бар.
Консерватория Грузияның музыкаль тормошо үҙәгенә әүерелгән. Унда музыка фестивалдәре, халыҡ-ара музыка конкурстары, оҫталыҡ дәрестәре, консерваторияның опера студияһында концерттар һәм студенттарҙың опера спектаклдәре үтә.
Remove ads
Уҡытыусылары
- Медея Амиранашвили
- Тенгиз Амирэджиби
- Валерий Ачба
- Давид Андгуладзе
- Темур Матурели
- Светлана Егорова
- Нодар Андгуладзе
- Давид Бадридзе
- Андрей Баланчивадзе
- Ольга Бахуташвили-Шульгина
- Евгений Вронский
- Сандро Инашвили
- Отар Тактакишвили
- Давид Торадзе
- Анна Тулашвили
- Владимир Щербачёв
- Джабраил Кубатиевич Хаупа.
Консерваторияны тамамлаған мәшһүр оҫталар
Композиторҙар
Дирижёрҙар
- Самуил Самосуд[3]
- Одиссей Димитриади
- Джансуг Кахидзе
- Гоги Чичинадзе
Пианистар
- Керер Рудольф Рихардович
- Вирсаладзе Елисо
- Башкиров Дмитрий
- Власенко Лев
- Торадзе Алексей
- Корсантия Александр
- Ачба Тамара
- Георгий Лацабидзе
Вокалсылар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads