Глухарёв Василий Геннадьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Глухарёв Василий Геннадьевич (15 апрель 1980 йыл) — спортсы,  спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Карьераһы

Башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе, Октябрьский ҡалаһының 3-сө балалар—үҫмерҙәр спорт мәктәбендә спорт ориентирлашыуы  менән таныша  (тренерҙары - В. М. Лукьянов, Ю. М. Лукьянов, И. Г. Шешенин).

1998 йылда үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы.

1999 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында классик дистанцияла көмөш миҙал яулай. Киләһе йылда юниорҙарҙың донъя чемпионатынан   ҡыҫҡа дистанцияла алтынын һәм эстафетаның бронзаһын алып ҡайта. 2001 йылда юниорҙар араһында Европа чемпионатында ике алтын награда яулай.

2001-2008 йылдарҙа күп тапҡыр Рәсәй чемпионы була.

2003 йылда Донъя Кубогы эстафетаһында еңеүсе була. 2003 йылда Европа чемпионатында эстафетала көмөш призер. 2004 йылда эстафетала донъя чемпионы. 2010 йылда хәрбиҙәрҙең Бөтә донъя уйындарында шәхси зачетта бронза призеры һәм командала алтын наградаға лайыҡ була.

Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (2004).

Remove ads

Тренер карьераһы

2008 йыл — Төмән өлкәһе командаһының баш тренеры.

Белеме

2009 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай (һөнәр «Физик культура һәм спорт»,  Октябрьский  филиалы).

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads