Васильева Екатерина Сергеевна (актриса)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Васильева Екатерина Сергеевна (тыуған 15 август 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй театры, кино һәм дубляж актёры, монтажсы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986)[5].
Remove ads
Биографияһы
Васильева Екатерина Мәскәүҙә 1945 йылдың 15 авгусында шағир Сергей Васильев (1911—1975) һәм Ирекле армияның офицеры (марковсы) Виталий Макаренконың (1920—2001)ҡыҙы Олимпиада Макаренко (1920—2001) ғаиләһендә тыуған[6]. Ирекле Армия Рәсәйҙән сығып киткәс, Макаренко Виталийҙың ҡыҙы совет педагогы Антон Семенович Макаренко тарафынан тәрбиәгә алынған. Васильева Екатеринаның өлкән апаһы Галина Васильева — шулай уҡ бер нисә фильмда төшөрөлгән актриса.
1962 йылда Васильева Екатерина ВГИК-ҡа уҡырға инә (В. В. Белокуров оҫтаханаһы), 1967 йылда уны тамамлап, шунда уҡ М. Н. Ермолова исемендәге Мәскәү драма театры труппаһына ҡабул ителә һәм шунда 1970 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Күп кенә актёрҙар кеүек, Васильева ла беренсе фильмына студент сағында уҡ төшә. Был уның «На завтрашней улице» киноповесындағы (1965) ҙур булмаған роле.
Васильева Екатерина институтын тамамлағандан һуң үҙе төп ролдәрҙә уйнаған «Солдат и царица» һәм «Адам и Хева» фильмдарында тәүге төп ролдәрҙе башҡара. Ошо тәүге ролдәрендә үк Екатерина Васильева үҙен киҫкен гротесклы образдарҙы һүрәтләргә һәләтле актриса итеп күрһәтә. Ул тигеҙ оҫталыҡ менән комик һәм драматик ролдәрҙе бер үк ваҡытта башҡара ала.
Васильева 1970 йылда «Современник» театрына эшкә күсә, унда 1973 йылға тиклем сәхнәлә сығыш яһай, 1987 йылдан алып МХАТ-та эшләй.
1993 йылда актриса сәхнәне һәм кинематографты ҡалдыра һәм Толгский монастырына монахиня булып китә. Һуңғараҡ уның София Премудрости Божией в Средних Садовниках ғибәҙәтханаһында казначей булыуы билдәле була. Екатерина Сергеевнаның рухи остазы батюшка Волгин Владимир була.
1996 йылда Васильева кинематографҡа ҡайта, «Королева Марго» һәм «Графиня де Монсоро» телесериалдарында король ҡатыны Екатерина Медичиҙы уйнай, ә киләһе йылда Валерий Приемыховтың «Кто, если не мы» картинаһында төшә. Әүҙем төшөүен дауам итә.
Вера Васильева дингә күскәс үҙ репертуарын бик етди ҡарап һайлай. Яңы ролен башҡарыуға һәр саҡ рухи атаһынан рөхсәт ала.
Remove ads
Шәхси тормошо
Режиссер Сергей Соловьевтың һәм драматург Михаил Рощиндың ҡатыны[7].
Улы — Дмитрий Рощин (тыуғаг 1973) ВГИК тамамлаған, хәҙер Храм Святителя Николая на Трех Горах сиркәүендә рухани (ҡатыны — йәмәғәт эшмәкәре, билдәле скульптор Клыков Вячеславтың ҡыҙы)[8]. Ете балаһы бар — Прасковья, Федор, Агафья, Серафим, Дмитрий, Иван һәм Афанасий[6][9], — шулай уҡ актриса Елена Корикованан никахтан тыш улы Арсений (тыуған 20 июль 1993 йыл). Елена Корикова менән мөнәсәбәттә түгел.
Актёр Владислав Галкиндың крестный әсәһе.
Remove ads
Ижады
Театрҙағы ролдәре
- М. Н. Ермолова исемендәге Мәскәү драма театры
- Мәскәү «Современник» театры
- МХАТ
- 1975 — «Эшелон»
- 1976 — «Иванов» Чехова
- 1979 — «Мы, нижеподписавшиеся»
- 1980 — «Чайка» Чехова
- 1981 — «Дядюшкин сон»
- 1982 — «Вагончик» Н. А. Павловой — прокурор
- 1982 — «Обвал» по М. Джавахишвили — Маргарита Хевистави
- 1984 — «Господа Головлёвы»
- 1985 — «Серебряная свадьба»
- 1986 — «Тамада» А. М. Галина — Ирина Минелли
- 1987 — «Перламутровая Зинаида»
- 1991 — «Игры женщин»
- 1991 — «Из жизни дождевых червей»
- 1993 — «Любовь как тихий вечер» Пера Улова Энквиста — Йоханна Луиза Хейберг
- Ҡыҙыл Пресня театры
- 1987 — «Отчего застрелился Константин?»
- Таганка театры
- 1992 — «Электра»
- Рәсәй армияһының Үҙәк академиятеатры
- 1994 — «Орестея» (эксклюзивный проект Международной конфедерации театральных союзов)
- Театр ширҡәте «814»
- 1998 — «Горе от ума» А. С. Грибоедова
- «Дуэт» — Сергей Сениндың театр компанияһы
- 2001 — «Не отрекаются любя» — М.Полищук — Ванесса, режиссёр
- Екатерина Васильева бенефисы
- 2010 — «Я была счастлива»
- П. Фоменко оҫтаханаһы
- 2014 — «Олимпия» (О. Мухина)
- Театр Өй
- 2015 — «Старая Дева»
Фильмографияһы
Документаль фильмдарҙа ҡатнашыуы.
- 2005 — Семейная тайна Антона Макаренко (документальный фильм, автор сценария — Елена Чавчавадзе при участии Антона Васильева, режиссёр — Галина Огурная) — фильм-биография. Фильм рассказывает о неизвестных фактах биографии знаменитого советского педагога и писателя Антона Семёновича Макаренко. Актриса Екатерина Васильева и режиссёр Антон Васильев, внучка и внук Виталия Макаренко, родного брата Антона Семёновича, открывают в фильме подробности личной драмы двоюродного деда и его переписки с братом.
- 2009 — Неисчерпаемый источниче. Свято-Успенский Псково-Печерский монастырь (документальный фильм) — Екатерина Васильева читает закадровый текст. Фильм посвящён памяти архимандрита Иоанна (Крестьянкина). Псково-Печерская обитель — это единственный монастырь, который не закрывался даже в самые тяжкие времена. Колокола звучат по особому, монастырь возвещает о победе в Великой Отечественной войне. Фильм показывает современную жизнь обители, множество народу в наше время стекается в монастырь для поклонения святыням монастыря.
- 2010 — Екатерина Васильева. Из тени в свет перелетая (документальный биографический фильм режиссёра Наталии Кузнецовой, Первый канал) — фильм-биография, рассказывающий о жизни и творчестве актрисы и приурочен к её 65-летнему юбилею.
Remove ads
Танылыу
Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- 1972 — Дағстан АССР-ының атҡаҙанған артисы
- 1981 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
- 1986 декабрҙән 31 — РСФСР-ҙыңхалыҡ артисы
- 2010 йылдың 8 сентябрендә — Почет ордены (Рәсәй)— ватан мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[10]
Йәмәғәт бүләктәре һәм исемдәре
- 1994 — Мәскәү юғары театр «Гәлсәр Турандот» премияһы — "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле " номинацияһында немец режиссёры Петер Штайндың Мәскәүҙәге Рәсәй армияһы театрында ҡуйылған «Орестея» спектаклендәге Клитемнестра роле өсөн
- 2001 — XII «Созвездие» фестивале призы «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Олег Янковскийҙың «Приходи на меня посмотреть» мелодрамаһындағы Софья роле өсөн.
- 2009 — III «Русское зарубежье» Халыҡ-ара кинофестивалендә (Мәскәү) «Иң яҡшы актриса» исеме «Русское зарубежье» (Мәскәү) «Кромовъ» тарихи драмаһындағы роле өсөн.
Remove ads
Иҫкәрмә
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads