Васильева Нина Петровна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Васильева Нина Петровна (12 март 1959 йыл) — ғалим-ультратауыш диагностикаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004).
Remove ads
Биографияһы
Нина Петровна Васильева 1959 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районының Шишмә ауылында тыуған. 1982 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Шул ваҡыттан Республика балалар клиник дауаханаһында эшлəй, 1990 йылдан —бүлек мөдире.
Мәскәү ҡалаһында үткән Медицинала ультратауыш менән диагностикалау белгестәренең Рәсәй ассоциацияһы съезында, Медицинала һәм биологияла ультратауыш менән диагностикалау белгестәренең Европа ассоциацияһы съезында (Варшава, Польша, 2002 йыл), Зальцбургта аҙналыҡ семинарҙарҙа (Австрия, 2 тапҡыр: 2007 йыл, 2008 йыл) ҡатнаша. 2014 йылда Австрияның Грац ҡалаһында бер ай дауамында стажировка үтә.
Remove ads
Фəнни эшмəкəрлеге
Васильева Нина Петровнаның фəнни эшмəкəрлеге балаларҙың тыумыштан булған үҫеш кəмселектəрен һəм күкрəк ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын ультратауыш менән диагностикалауға арналған. Нина Петровна ҡатнашлығында тура эсəк атрезияһы бейеклеген эхографик асыҡлау, яңы тыуған балаларҙа тыумыштан булған күкрəк шаршауы бүҫерен диагностикалау, балаларҙа экссудатив плеврит ваҡытында аҙ инвазив ҡатнашыу күрһəткестəрен билдəлəү ысулдары эшлəнə.
Remove ads
Фәнни хеҙмәттәре
80‑дəн ашыу фəнни хеҙмəт, 3 методик рекомендация, 3 уйлап табыу патенты һәм 3 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999)
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads