Венгрия милли музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Венгрия милли музейы (мадьярса Magyar Nemzeti Múzeum) — Венгрия тарихына һәм сәнғәтенә арналған Будапешттағы төп музейҙарҙың береһе. Михай Поллак проекты буйынса төҙөлгән колонналы мөһабәт бинала урынлашҡан. Музей интерьерын биҙәүҙә Карой Лотц һәм Мор Тан ҡатнаша. 1848 йылда ошо бинаның баҫҡысында шағир Шандор Петёфи үҙенең «Милли йырын» уҡып, халыҡты революцияға саҡыра.

Remove ads
Экспозицияһы
Музей граф Ференц Сеченьиның тәңкәләр, китаптар һәм ҡулъяҙмалары коллекциялары нигеҙендә 1802 йылда асылған, әлеге ваҡытта музей фондында миллиондан ашыу төрлө экспонат иҫәпләнә.
Венгрия милли музейының даими күргәҙмәләре дәүләткә нигеҙ һалынғандан алып 1990-сы йылдарға тиклем Венгрия тарихын үҙ эсенә ала. Лапидарийҙа Рим империяһы осоро таштары коллекцияһы һәм башҡа археологик табылдыҡтар халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. Урта быуат осорон һәм Ғосман империяһы дәүерен короллек регалиялары, урта быуат көнкүреш әйберҙәре, ювелир изделиелары, тәңкәләр һәм ҡоралдар коллекциялары һүрәтләй. Залдың 1848—1849 йылдарҙағы революцияға арналған экспозицияһында төрөк армияһы командующийының палаткаһы һәм Венгрияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге сиркәүҙәрҙең береһенең үҙенсәлекле ренессанс өҫтәлдәре урын алған. Тарих залы ике донъя һуғышы ваҡытындағы ҡорал күргәҙмәһе һәм агитацион плакаттар коллекцияһы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Музейҙың айырым залы король мантияһына бағышланған, уның менән Венгрия дәүләтенә нигеҙ һалыусы — король Изге Иштван I тәхеткә ултырған. Ул алтын менән сигелгән византия ебәгенән эшләнгән һәм ынйы менән биҙәлгән. Изге Иштван 1031 йылда сиркәүгә үҙенең мантияһын бүләк иткән.
Музейҙың портрет галереяһында Арпадтар династияһынан королдәрҙең иҫ киткес портреттар йыйынтығы урын алған.
Венгрия милли музейының музыкаль экспозицияһында Моцарт клавикорды, Эстерхази баритоны, Мария-Антуанеттаның арфаһы, Бетховен менән Лист роялдәре күрһәтелә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads