Венчурлы фонд

хәүефле инвестиция фонды, инновациялы предприятиелар һәм проекттар (стартаптар) менән эшләүгә йүнәлеш тота From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Венчурлы фонд (ингл. venture — хәүефле, ышанысһыҙ) — хәүефле инвестиция фонды, инновациялы предприятиелар һәм проекттар (стартаптар) менән эшләүгә йүнәлеш тота. Венчурлы фондтар үтә юғары һәм сағыштырмаса юғары хәүефле ҡиммәтле ҡағыҙҙарға йә предприятиеларҙың өлөштәренә ныҡ юғары килем көтөп инвестициялар һала. Ҡағиҙә булараҡ, проекттарҙың 70-80 проценты табыш килтермәй, әммә ҡалған 20—30 процент бөтә зыянды ҡаплай.

Был фондтарҙың төп үҙенсәлеге ҡануниәттең уларға хәүефле эшмәкәрлек алып барырға рөхсәт итеүенән тора: хәүефтәрҙе диверсификациялау кәрәге юҡ йә бик түбән, корпоратив хоҡуҡтарҙы һатып алыу ғына түгел, компанияларҙы кредитлау ҙа (мәҫәлән, векселдәр һатып алыу юлы менән) рөхсәт ителә. Уларға тик банк, страховка, инвестициялау тармаҡтарына ғына аҡса һалыу тыйыла.

Инвестициялар баҙарының стартаптар баҫҡысындағы икенсе бер өлөшө булып эшҡыуарлыҡ фәрештәләре тора. Әгәр венчурлы фондтар, ҡағиҙә булараҡ, уртаса кимәлдәге хәүефле проекттарға аҡса һалһа (проектҡа 1—5 млн доллар), эшҡыуарлыҡ фәрештәләре үҙҙәренең эш әүҙемлеген инвестициялау хәүефле булып торған йәп-йәш компанияларға йүнәлтә (проектҡа 50—300 мең доллар).

Remove ads

Рәсәй венчурлы компанияһы менән берлектә ойошторолған венчурлы фондтар

Дәүләт-шәхси партнёрлыҡ сиктәрендә бөтәһе 7 венчурлы фонд ойошторолған. Был фондтарҙың дөйөм күләме — 18,983 млрд һум. Фондтар 10 йылға ойошторолған. Фондтарҙың форматы: Ябыҡ пайлы инвестиция фонды.

Һәр фондта Рәсәй венчурлы компанияһының өлөшө шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһынан 49%. 51% тәшкил итә.[1]

Рәсәй венчурлы компанияһы менән берлектә ойошторолған фондтар исемлеге[2]

Фондтың атамаһы Фондтың күләме Идара итеүсе компания
ВТБ-Фонд венчурный 3,061 млрд һум ВТБ Управление активами
Биопроцесс Кэпитал Венчурс 3 млрд һум Биопроцесс Кэпитал Партнерс
Максвелл Биотех 3,061 млрд һум Максвелл Эссет Менеджмент
Лидер-Инновации 3 млрд һум Лидер
Тамир Фишман Си Ай Джи 2 млрд һум Инновационные решения
Новые технологии 3,061 млрд һум Альянс РОСНО Управление активами
С-Групп Венчурс 1,8 млрд һум Север Эссет Менеджмент
Remove ads

Төбәк венчурлы фондтары

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә төбәк венчурлы фондтары формалаштырылған. Фондтар 7 йылға ойошторолған. Фондтарҙың форматы: Ябыҡ пайлы инвестиция фонды.

Фондтарҙың активтары структураһы: 25% — федераль бюджет аҡсаһы, 25% төбәк бюджеты аҡсаһы һәм 50% — шәхси инвесторҙар аҡсаһы. Фондтарҙың идара итеүсе компаниялары конкурс нигеҙендә һайланған.

Фондтар исемлеге:[3]

Ентеклерәк мәғлүмәт Фондтың атамаһы, Фондтың күләме ...

Бынан тыш төбәктәрҙә эшләгән венчурлы фонд: Коммерцияға ҡарамаған дәүләт ойошмаһы «Татарстан Республикаһы Инвестиция-венчурлы фонды».

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads