Тор районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тор районы (урыҫ. Торский район) — 1930-1932 йылдарҙа БАССР-ҙың бөтөрөлгән административ-территориаль берәмеге. Майҙаны — 2022 квадрат километр. Район үҙәге —  Воскресенск ауылы, 1930 йылдың 15 октябренән — Верхотор ауылы.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...
Remove ads

Географияһы

Төньяҡ-көнсығыштан Петровский районы, көньяҡтан Мәләүез, төньяҡ-көнбайыштан Стәрлетамаҡ районы менән сиктәш. Районда 18 ауыл советы, 105 ауыл тораҡ пункттары була.

Халҡы

Халҡы — 45,3 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар

Тарихы

1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор районы булараҡ ойошторола, ә 1930 йылдың 15 октябренән — Тор районы. 1932 йылдың 20 февралендә бөтөрөлә, ер биләмәләре Мәләүез һәм Петровский райондары составына инә .

Иҡтисады

Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә, ауыл хужалығы ит-һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал үрсетеүгә, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслаша. Баҡсасылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән була. Колхоз, мебель фабрикаһы, 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, 5 медпункт, 3 уҡыу өйө теркәлгән .

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads