Вершинин Владимир Ильич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вершинин Владимир Ильич (1 ғинуар 1938 йыл) — «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). Ленин (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Владимир Ильич Вершинин 1938 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Черкассы ауылында тыуған[1].
1956 йылда Салауат ҡалаһының 1-се һөнәрселек училищеһын, 1968 йылда — Салауат индустриаль техникумын тамамлай.
Эш урыны: 1956 йылдан 1994 йылға тиклем нефть химияһы етештереү заводының өсөнсө производство 11-се цех операторы, 44-се цехта этилен окисы етештереү аппаратсыһы, 44-се цех инженеры, 27-се цех начальнигы, «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 44-се цех мастеры булып эшләй.
Салауат комбинатында этилен етештереүҙе үҙләштереүгә ҙур өлөш индергән.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены (1974)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы.
Әҙәбиәт
- Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013. ISBN 978-5-88185-079-1, с. 75[2]
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads