Волгоград урамы (Өфө)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Волгоград урамы[1] —Өфөнөң Калинин районындағы Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан.
Почта индексы — 450028. ОКАТО коды — 80401370000. КЛАДР ID — 02000001000082400
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
Урам балсыҡ карьеры тирәләй шәхси йорттары менән 1950 йылдар уртаһында төҙөлә (хәҙер был карьер һыу менән тултырылған). Күрше Ҡыйғы урамында рельстар һалынған, унан тейәгес экскаваторҙар йөрөгән (Өфө картаһында бәләкәй мөйөш, 6 б.).
1950 йылдар аҙағында эшселәргә уңайлылыҡ өсөн ясле-баҡса асыла (хәҙер 275-се һанлы балалар баҡсаһы)
Шаҡша ҡасабаһының Өфөгә ҡушылыуына тиклем Урицкий урамы тип аталған. Өфөгә ҡушылғас, ситтәге ҡасаба урамы үҙгәртелә, сөнки бер тораҡ пунктта (Өфөлә) бер үк исем менән ике урам аталмай.
Remove ads
Транспорт
«Керамика заводы» туҡталышы . Автобус — 35к, 59э, маршрут таксиҙары 221, 221к, 291, 299, 300, 71
Мәғариф
12-се һанлы йорт — 275-се һанлы балалар баҡсаһы
Күрше урамдары
• Ҡыйғы урамы • Май урамы• Көнсығыш урамы• Ашин урамы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads