Волков-Реми йорто

From Wikipedia, the free encyclopedia

Волков-Реми йортоmap
Remove ads

Волков -Реми йорто— Таганрогтағы иҫке ике ҡатлы йорт. Федераль әһәмиәтле тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Ҡыҫҡа факттар

1802

Remove ads

Тарих

Ике ҡатлы « Волкова-Рәми йорто» 1802 йылда ампир стилендә төҙөлгән. Йорт проектының авторы билдәһеҙ. Өй тирәһендә үҙ ваҡытында баҡса булған. Волковтар ХХ быуат башына тиклем был йортто биләгәндәр, унан һуң хаҡиҡый статский кәңәшсеһе, эре ер хужаһы Николай Александрович Реми йортто һатып алған[1].

Йорттоң һүрәтен рәссам Л. Манцо (Таганрог, 19.11.1825) төшөрөп ҡалдырған.

Төрлө вйылдарҙа йорттоң хужалары булып штабс-капитан кенәз П. С. Шахматов (18101820); коллегия надворный кәңәшсеһе Волковтың ҡатыны (18731898); дворянин. Н. А. Реми (19061915) торғандар.

1865 йылда йортта Коммерция суды булған. Октябрь революцияһынан һуң йорт хөкүмәткә тартып алынған һәм унда коммуналь фатирлы торлаҡ йорт яһағандар.

1970-се йылдарҙа был матур йортто Никахлашыу Һарайына бирергә ҡарар ителгән һәм 1980 йылдарҙа унда йәшәүсе кешеләрҙе сығарып ебәргәндәр. 1997 йылда йортта реставрация үткән. Уның алғы яғында Таганрогтың был өлөшөндәге урамдарҙың матурлығын йәмһеҙләп торған трансформатор подстанцияһы төҙөгәндәр..

Йорт Шмидт урамының бейек яр менән бөткән урынында тора. Йорттан әллә ҡайҙарға тиклем йәйрәп ятҡан диңгеҙ ҡултығы күренеп тора, ә ҡултыҡтан ҡарағанда йорттоң күренеше шулай уҡ бик матур.

Йорт федераль әһәмиәтле тарих, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомортҡаһы булып һанала[2][3].

Remove ads

Архитектур үҙенсәлектәре

Волков-Реми йортоноң алғы яғындағы колонналары диңгеҙ ҡултығына ҡарап тора, ә Шмидт урамына уның ҡабырға яғы сығып тора.

Йорттоң ҡабырға яғына ионик капителле дүрт шыма колонналар баҫтырылған. Колонналар ваҡ тештәр формаһында биҙәкләнгән өсмөйөшлө фронтонды күтәреп торалар. Бындай биҙәктәр йорттоң дүрт кәрнизендә лә бар.

Йорттоң икенсе ҡатындағы алғы яғында стеналар һәм баллюстрадалар менән тоташтырылған ике колонна тарфынан сикләнгән балкондар (лоджиялар). Балкон аҫтарындағы тәҙрәләр көмбәҙле арка формаһында эшләнгән. Йорттоң алғы стенаһындағы беренсе ҡаттың йөҙлөкһөҙ тәҙрәләре бишәү , урта тәҙрә ярым циркуль формаһында; икенсе ҡатта бөтәһе ете йөҙлөклө тәҙрә , урталағы өс тәҙрә бер-береһенә һыйындырып һалынған, уртала өҫкө өлөштә түңәрәкләнгән венеция тәҙрәһе. Йорттоң ике ҡаты араһында кәрнизе бар.

Remove ads

Хәҙерге торошо

Волков -Реми йортонда хәҙерге ваҡытта фирма «Бета-Ир»[4] һәм «Реми» фирмаларының офистары урынлашҡан.

Әҙәбиәте

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0
  • Вторая жизнь «Дома с привидениями»: [Об особняке Волкова- Реми] // Город.- 1998.- 29янв.- с.1
  • Цымбал А. Особняк Волкова-Реми… // Таганрогская правда.- 1991.- 27 нояб.-с.2

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads