Гадолиний
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Гадолиний (яңы лат. Gadolinium), Gd — химик элемент, лантаноид, атом һаны — 64, атом массаһы — 157,25.
Remove ads
Тарихы
Гадолиний 1880 йылда Жан де Мариньяк тарафынан асылған, ул спектроскопик яҡтан тикшереп, һирәк ер элементтары оксидтары ҡатнашмаһында яңы элементтың булыуын иҫбатлай. Элемент фин химигы Юһан Гадолин исеме менән аталған.
Тәбиғәттә
Гадолиний кларкы ер ҡабығында (Тейлор буйынса) — 8 г/т, океан һыуҙарында йөкмәткеһе — 2,4⋅10-6 мг/л4⋅10-6 мг/л.
Ятҡылыҡтары
Гадолиний лантаноид мәғдәндәре составына инә.
Сығарып алыу
Элементты гадолиний фторидын йәки хлоридын (GdF3, GdCl3) кальций менән тергеҙеп алалар.
Гадолиний ҡушылмаларын һирәк ер металдарының оксидтарын фракцияларға бүлеү юлы менән табалар.
Хаҡы
Сафлығы 99,9 % металлик гадолиний хаҡы 2014 йыл аҙағына 1 кг 132,5 АҠШ долл. тәшкил итә
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Гадолинит
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads