Германияла ислам
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
1960-сы йылдарҙа хеҙмәт миграцияһы һәм 1970 йылдан сәйәси ҡасаҡтарҙың бер нисә тулҡыны арҡаһында, мосолмандар Германияла һиҙелерлек дини төркөм булып китә[1]. 2011 йылда уҙғарылған рәсми халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Германия халҡының 1,9 % — ы (яҡынса 1,5 млн кеше) үҙҙәрен мосолман тип иғлан иткән. Бәлки, халыҡ һанын алыуҙа мосолмандар һаны кәмерәк күрһәтелгәндер, сөнки күп кенә респонденттар үҙ динен күрһәтмәгән булыуы ихтимал[2].2009 йылда алынған баһалар Германияла 4,3 миллион мосолман (халыҡтың 5,4 %) булыуын күрһәтә[3]. Шуларҙың 1,9 миллионы — Германия граждандары (2.4 %). Немец статистика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылда Германияла яңы тыуған бөтә сабыйҙарҙың 9,1 проценты мосолман ата-әсәнән донъяға килгән[4]

Remove ads
Демография
Германияла мосолмандарҙың күбеһе төрөк сығышлы (63.2 %)[5], ҙур булмаған төркөмдәр шулай уҡ Пакистандан, элекке Югославия илдәренән, ғәрәп илдәренән, Иран һәм Афғанстандан килгән мосолмандарҙан тора. Мосолмандарҙың күбеһе Берлинда һәм элекке Көнбайыш Германияның ҙур ҡалаларында йәшәй. Әммә, Европаның башҡа илдәренең күбеһенән айырмалы рәүештә, Германияның ҡайһы бер ауыл төбәктәрендә, айырыуса Баден-Вюртемберг, Һессен, Түбәнге Бавария һәм Төньяҡ Рейн-Вестфалияла күп кенә мосолман ойошмалары бар. Элекке Көнсығыш Германияла 1989 йылға тиклем хеҙмәт миграцияһы булмауы арҡаһында мосолмандар аҙ. Германияла мосолмандарҙың күбеһе — сөнниҙәр (75 %), шулай уҡ шиғыйҙар (7 %), әхмәҙиәселәр йәмәғәттәре бар[6].
Remove ads
Тарихы
Тәүге мосолмандар Германияға XVIII быуатта Германия һәм Ғосман империяһы араһында дипломатик, хәрби һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр сиктәрендә килгән[7]. Ун һигеҙенсе быуат башында 20 мосолман һалдат Пруссияла Фридрих Вильгельм I ғәскәрендә хеҙмәт иткән. 1745 йылда король Фридрих II прус армияһында башлыса босняк, албан һәм татарҙарҙан торған мосолман подразделениеһы барлыҡҡа килтерә. 1760 йылда 1000-гә яҡын босняктан торған корпус булдырылған[8].
1798 йылда Берлинда мосолман зыяраты булдырыла. Хәҙерге ваҡытта 1866 йылда булдырылған мосолман зыяраты эшләй[9]
1932 йылда Бөтә донъя ислам конгресының Немец секцияһы һәм Ислам коллоквиумы Германияла балалар өсөн тәүге ислами белем биреү учреждениеһы ойоштора.
1942 йылда Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Ислам институты (Маахад-әл Ислям) нигеҙләнгән, хәҙерге ваҡытта Германияның Ислам Үҙәк Архив Институты булараҡ билдәле (Zentrastitut Ilam-Archiv-Deutschland).
1961 йылда Көнбайыш Германия властары тарафынан сит ил эшселәре (гастарбайтерҙар) саҡырылған, уларҙың күпселеге Көньяҡ-Көнсығыш Анатолияның (Төркиә) ауыл төбәктәренән килә. Уларҙы ҡайһы берҙә этник немецтар эсендәге параллель берләшмә тип тә атайҙар[10]
Remove ads
Ислам ағымдары



Германиялағы мосолмандар төрлө мосолман ағымдарына, мәҙһәбтәргә ҡарай (яҡынса мәғлүмәттәр):
Ислам ойошмалары
Германияла йәшәүсе мосолмандарҙың бәләкәй өлөшө дини ойошмалар ағзалары булып тора. Уларҙың күп һанлылары:
- Төрөк-Ислам Дин эштәре буйынса комитеттары союзы (Türkisch-Islamische Union der Anstalt für Religion, Diyanet İşleri Türk İslam Birliği, DİTİB) — төрөк дин эштәре буйынса комитеттың немец филиалы (Diyanet İşleri Başkanlığı), штаб-фатиры Кёльндә.
- Milli Görüş ислам общинаһы (Islamische Gemeinschaft Millî Görüş, İslâm Toplumu Millî Görüş)— төрөк Partisi Saadet партияһына яҡын ойошма, штаб-фатиры Керпендә.
- Йәмәғәт ән-Нур Ислам общинаһы (Gemeinschaft Islamische Jama' at-un Nur) — Сәйет Нурсиҙың «Рисалә-и Нур» немец йәмғиәте филиалы.
- Германияла ислам йәмәғәте (Islamische Gemeinschaft in Deutschland) — Мосолман ҡәрҙәштәр ойошмаһына яҡын ғәрәп мосолман ойошмаһы (Франкфурт).
- Германияның Әхмәҙиә мосолман йәмәғәте (Ahmadiyya Muslim Jamaat Deutschland) — Бөтә донъя Әхмәҙиә мосолман йәмәғәтенең немец бүлеге[14].
Бынан тыш, һанап үтелгән ойошмаларҙың береһенә лә инмәгән урындағы ойошмалар ҙа бар. 2002 йылда Хизб үт-Тәһрир әл-Ислами ойошмаһы һәм Хәлифат Дәүләте ойошмалары тыйылған, һуңғыһын Кемалеттин Каплан ойошторған булған, һуңғараҡ уның улы Мәтин Каплан етәкселек иткән. Тыйылыу сәбәбе — уларҙың программалары Германия Конституцияһына ҡаршы килә.
Remove ads
Тәнҡит һәм проблемалары
Мәсеттәр төҙөү урындағы халыҡтың тәнҡитенә дусар була. Мәҫәлән, мосолмандарҙың Кёльн ҡалаһында Үҙәк мәсет төҙөү пландары арҡаһында 2007 йылда ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә[15].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads