Голов Вячеслав Николаевич
журналист From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Голов Вячеслав Николаевич (29 апрель 1962 йыл) — журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Remove ads
Биографияһы
Вячеслав Николаевич Голов 1962 йылдың 29 апрелендә Өфөлә баянсы-композитор Наил Ғәлиев менән йырсы Мәғфирә Ғәлиева ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетында белем ала.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының төп муниципаль баҫмаһы булған «Вечерняя Уфа» гәзитендә башлап, журналист иерархияһының барлыҡ баҫҡыстарын да үтә: репортер, хәбәрсе, күҙәтеүсе, бүлек мөдире, өҫтәмә баҫманың баш мөхәррире була. 2005 йылдан «Өфө» нәшриәт йорто" муниципаль бюджет учреждениеһы «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире[1].
Вячеслав Николаевич үҙе лә иәҡәләләр яҙыусы баш мөхәррир, ул теләһә ниндәй темаға: мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт иркен яҙа. Уға хәрби тематика ла сит түгел: 1990 йылдарҙа Тажикстанға хәрби алыштар барған ерҙәрҙә командировкала булып, репортаж әҙерләй[2].
Ҡатнаш ғаиләлә үҫһә лә, әсә теле уға һәр саҡ туған тел булып ҡала. Вячеслав Голов башҡортса иркен һөйләшә, яҙа.
![]() |
«Минең әсәйем башҡорт, минең тәүге телем — башҡорт, мине башҡорт өләсәйем тәрбиәләне. Әлбиттә, мин үҙемде башҡорт итеп тоям», | ![]() |
— ти ул[3].
Вячеслав Николаевич республикала беренселәрҙән булып «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ була[4]
Remove ads
Ғаиләһе
Өйләнгән, ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020)[5]
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads