Горбушина Светлана Николаевна
юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008). From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Горбушина Светлана Николаевна (13 ноябрь 1952 йыл) — педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008)[1].
Remove ads
Биографияһы
Светлана Николаевна Горбушина 1952 йылдың 13 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда тамамлай, һөнәре буйынса — биолог-биохимик[2]. Хеҙмәт юлын «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһендә үҙ профиле буйынса башлай һәм оҙайлы ваҡыт бында эшләп, тәжрибә туплай (1975—1991). 1991 йылдан алып Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһында эшләй[1], артабан, 1994 йылдан башлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Мировоззренческие детерминанты формирования культуры здоровья будущего учителя»[3]. 2008 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетына эшкә күсә[1], бында ул — стандартизациялау һәм сертификациялау кафедраһы профессоры[2].
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни хеҙмәттәре йәшәйеш хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм сифатты тикшереү, иммуно- һәм -вакцинопрофилактика проблемаларына арналған[1].
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре
Мировоззренческие детерминанты здорового образа жизни в системе профессиональной подготовки будущего учителя. М., 2004;
Педагогическая профилактика табакокурения среди девушек-учащихся в системе начального профессионального образования. Уфа, 2008.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads