Горохов мәҙәниәте

Археологик ҡомартҡы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Горохов мәҙәниәте (рус. Гороховская культура) — б.э.т. V—II быуаттарға ҡараған иртә тимер быуаты археологик мәҙәниәте. Ҡурған өлкәһендәге Горохов ауылы янында табылған һәм уның исеме менән аталған[1][2]

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт ...

Башҡортостанда Горохов мәҙәниәте

Башҡортостанда Горохов мәҙәниәте ҡомартҡылары Әй йылғаһы бассейнында тупланған: Абдулла ҡаласығы, Йонос торамаһы, Йүкәлекүл торамаһы, Ҡәҙер ҡурғандары,Торналы ҡаласығы

Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан ғибәрәт. Күп камералы (бүлмәле) бағана конструкциялы 4 яҡлы ҡыйыҡлы ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торлаҡ һәм хужалыҡ бүлмәләре оҙон коридор аша тоташҡан.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған керамика тальк ҡушылған балсыҡтан эшләнгән, улар горизонталь кәкерсәктәр һәм һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт.

Бронза уҡ башаҡтары, бысаҡтар, һырғалар; балсыҡ һауыттар, орсоҡбаштар табылған.

Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Төп ерләү ысулы: салҡан ятҡырып, башы менән төньяҡҡа ҡаратып һалыу.

Горохов мәҙәниәте Урта Тубыл буйында формалашҡан, артабан Көнбайышҡа һәм Төньяҡҡа таралған.

Горохов мәҙәниәте халҡы көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙан күсеп килгән ҡәбиләләрҙең әүҙем ҡатнашлығында уғыр ҡәүемдәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Горохов ҡәбиләләре Саргатка мәҙәниәте һәм Сармат мәҙәниәте халҡы менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан.

Ярым күсмә малсылыҡ төп хужалыҡ тармағы булған.

Горохов мәҙәниәтен өйрәнеүселәр

ХХ быуаттың 30—40‑сы йылдарында ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан асыла.

Артабан Горохов мәҙәниәтен Л. Н. Корякова, А. И. Лебедев, Н. П. Матвеева һәм башҡалар өйрәнә

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads