Греция энергетикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Греция энергетикаһы — илде энергияның төрлө төрҙәре, шул иҫәптән электр энергияһы менән тәьмин итеү, ҡулланылған энергияны һәм сеймалды етештереү, ҡулланыу һәм импортҡа сығарыу мәсьәләләре менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы. Грецияла ΔΕΗ (Δημόσια Επιχείρηση Ηλεκτρισμού Α.Ε.), DEI) аббревиатураһы менән билдәле йәки Public Power Corporation S.A. исемле Греция Дәүләт энергетика корпорацияһы өҫтөнлөк итә. Уның мажоритар акциялар пакетын дәүләт контролдә тота.
Remove ads
Электр энергетикаһы
2009 йылда Грециялағы бөтә электр энергияһының 85,6 процентын һәм 2010 йылда 77,3 процентын ΔΕΗ корпорацияһы тәьмин итә. 2009 йылдан 2010 йылға тиклемге осорҙа шәхси электр энергияһы етештереүселәрҙең етештереү өлөшө 56 процентҡа[1], 2009 йылда 2709 ГВт-тан 2010 йылда 4232 ГВт-ҡа тиклем арта.
Грек электр энергияһы баҙары операторы LAGIE мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йыл аҙағына Грецияның берләштерелгән системаһында дөйөм ҡуйылған ҡеүәт 16 615 МВт тиерлек тәшкил итә, Шуларҙың 3912 МВт-ы — һоро күмерҙә (лигниттарҙа), 4658 МВт-ы — тәбиғи газда, 3173 МВт-ы — эре ГЭС-тарҙа һәм 4873 МВт-ы тулыланыусы энергия сығанаҡтарында эшләүсе йылылыҡ электр станцияларына тура килә[2].
Грецияның энергия сығанаҡтарының дөйөм запасы 0,546 млрд күләмендә баһалана, шуларҙың 99,2 проценты күмер.[3] Eurostat мәғлүмәттәренә ярашлы (2021 йылдың апреленә) илдең энергия сығанағы импортына энергетик бойондороҡлоғо диаграммала күренә[4].

2019 йыл аҙағына илдең электр энергетикаһы EES EAEC мәғлүмәттәренә ярашлы[5] түбәндәге күрһәткестәр менән характерлана. Электр станцияларының билдәләнгән ҡеүәте — 20 479 МВт, шул иҫәптән: органик яғыулыҡта эшләүсе йылылыҡ электр станциялары (ТЭС) — 52,0 %, тулыланыусы энергия сығанаҡтары — 48,0 %. Электр энергияһын ҡулланыу — 50 197 млн кВт*сәғ тәшкил итә, шуларҙың: сәнәғәткә — 24,5 %, транспортҡа — 0,4 %, көнкүреш ҡулланыусыларына — 34,6 %, коммерция секторы һәм дөйөм ҡулланылыштағы предприятиеларға — 35,7 %, ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм балыҡсылыҡҡа — 4,8 % тура килә.
Йылылыҡ электр станциялары
ΔΕΗ корпорацияһы һоро күмерҙә (лигниттарҙа) эшләгән йылылыҡ электр станцияларында 2009 йылда етештерелгән электр энергияһының 51,6 процентын һәм 2010 йылда иһә 48 процентын етештергән. Тәбиғи газда эшләгән йылылыҡ электр станцияларында Греция электр энергияһының 20 проценты етештерелә.
Remove ads
Һыу энергетикаһы
Гидроэлектростанцияларға Грецияла 2011 йылда етештерелгән электр энергияһының 5 % проценты тура килә[6]. 2016 йылда гидроэлектroстанцияларҙың дөйөм энергия етештереүҙә өлөшө 24,5 процент тәшкил итә[7]. 2022 йылда ГЭС-тың ҡеүәте — 3423 МВт[8]
Атом энергетикаһы
Әлеге ваҡытта Грецияла атом электр станциялары юҡ, әммә 2009 йылда Афина академияһы АЭС төҙөү мөмкинлеге буйынса тикшеренеүҙәр башларға тәҡдим итә[9].
Тулыланыусы энергия

Европа Парламентының һәм Советтың тулыланыусы сығанаҡтарҙан алынған энергияны файҙаланыуҙы дәртләндереү тураһындағы директиваһына ярашлы, Греция 2020 йылға тулыланыусы энергияларҙан электр энергияһы етештереү өлөшөн 18 % процентҡа тиклем арттырырға ниәтләй[10]. 2015 йылда Грецияның ΑΔΜΗΕ бойондороҡһоҙ электр тапшырыу операторы мәғлүмәттәре буйынса, электр энергияһының 20 проценттан ашыуы тулыланыусы энергия сығанаҡтарында һәм гидроэлектростанцияларҙа етештерелә, ә апрелдә уларҙың өлөшө 50 процентҡа етә[11]. Был тенденция 2016 йылда ла һаҡлана[12]. Гидроэлектростанцияларҙан тыш, яңыра торған энергия сығанаҡтары өлөшө дөйөм энергия етештереүҙә 2016 йылда 24,5 процент тәшкил итә[13].
Биогаз
2022 йылда биогаздың ҡеүәте 92 МВт тәшкил итә.[14]
Биоэнергетика
Греция энергетика баҙарында биомассанан энергия етештереү бар. Европа берләшмәһе комиссияһы биомассаны Европа Милләттәр берләшмәһендә елдән һәм Ҡояштан ҡала өсөнсө энергия сығанағы тип билдәләй[15]. Греция биояғыулыҡтың киләсәктәге өлөшөн 350 МВт тип билдәләй. 2022 йылда уның ҡеүәте 109 МВт тәшкил итә[16].
Ел энергетикаһы
2022 йылда ел энергетикаһы ҡеүәте 4879 МВт тәшкил итә.[14]
Ҡояш энергетикаһы
2022 йылда ҡояш энергетикаһы ҡеүәте — 5557 МВт.[14]
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads