Грешнов Владимир Михайлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Грешнов Владимир Михайлович (14 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире, 2007 йылдан — теоретик механика кафедаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Михайлович Грешнов 1949 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

1974 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан ошо вузда (артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты) эшләй: инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусынан алып «Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү машиналары һәм технологиялары» кафедраһының (хәҙер — нанотехнологиялар кафедраһы) мөдире, доценты, профессорына (1993) тиклем юл үтә. 2007 йылдан — теоретик механика кафедраһы мөдире. 1992 йылда «Метал эшкәртеү технологияһында үтә һығылмалылыҡты тикшереү һәм уны файҙалы ҡулланыу ысулдары» темаһы буйынса «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Уның ҡатнашлығында булдырылған технологиялар (үтә һығылмалылыҡ шарттарында ракета-космик техника өсөн деталдәрҙе штамплау, автомобилдәр төҙөүҙә беркетеү әйберҙәрен һыуыҡ күләмле штамплау) элекке СССР предприятиеларына индерелгән.

Ҙур һығылмалы деформацияларҙың физика һәм механика өлкәһендә һәм металдарҙы баҫым менән эшкәртеүҙә белгес. «Ҡом сәғәте» схемаһы буйынса металдарҙы преслауҙың яңы ысулын эшләй. Ҡайнар күләмле штамплауҙы керамик штампта тәүге тапҡыр булып башҡара. Керамик штамптың иҫәп һәм проектлау нигеҙҙәрен, металдарҙың үтә һығылмалы деформацияһының теоретик моделен эшләй, дифференциаль штамплауҙы тәҡдим итә. Авиация двигателдәре деталдәрен һәм ракета-космик техниканың яуаплы деталдәрен штамплау технологиялары Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең машина төҙөү преприятиеларына индерелә.

28 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлыҡтарына һәм патенттарына эйә. 90-дан ашыу баҫма эштәр авторы.

Remove ads

Патенттары

  • Штамп для горячего деформирования деталей (от 25.11.1978) (авторы — Климов Игорь Александрович, Грешнов Владимир Михайлович, Кайбышев Оскар Акрамович, Галимов Макки Даянович)
  • Штамп для изотермического деформирования (от 30.08.1981) (авторы — Грешнов Владимир Михайлович, Кайбышев Оскар Акрамович, Метелев Борис Константинович, Щеринов Виталий Николаевич, Котунов Владимир Фёдорович, Шишменцев Виктор Петрович)
  • Способ пластического структурообразования и устройство для его осуществления (от 23.06.1992) (авторы — Грешнов Владимир Михайлович, Амиров Марс Гизитдинович, Голубев Олег Вячеславович, Лавриненко Юрий Андреевич)
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Библиографияһы

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads