Грибоедов каналы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Грибоедов каналы (1923 йылға тиклем — Екатерина каналы) — Санкт-Петербургта, башланғысын Марс яланындағы Мойка йылғаһынан алып Кесе Калинкин күпере янындағы Фонтанка йылғаһына ҡойған канал. Каналдың оҙонлоғо — 5 км, киңлеге — 32 метр, тәрәнлеге — 3,5 м тиклем, урта һыу сығымы — 3,1—3,4 м³/с тәшкил итә. Топонимы шулай уҡ Грибоедов каналы яры буйы булараҡ ҡулланыла.
Remove ads
Тарихы
Канал Кривуша йылғаһы үҙәне буйлап һалынған (икенсе исеме — Тын йылға), үҙенең башланғысын һаҙлыҡлы батҡаҡтан ала. Тәүҙә Екатерина исемен йөрөтә — императрица Екатерина II хөрмәтенә аталған, канал уның хакимлығы ваҡытында төҙөлгән.
1735 йылда Вознесенский проспекты үҙәге буйлап ағастан Вознесенский күпере төҙөлә.
Кривуша йылғаһы буйында 1737 йылда төҙөлөштәр башлана, бында диңгеҙ ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә ер участкалары бирелә башлай. Башта уң ярында төҙөлә. Хужа бурысына ярҙарҙы тәртипкә килтереү, уны ағас менән нығытыу инә. Йорттар төҙөү өсөн ағас йылға үҙәне буйынын ҡырҡылған, әммә батша указы менән имәнде, саған һәм йүкәне бында ҡырҡыу тыйылған. Әгәр ағастар төҙөлөш урынында булһа, уларҙы баҡсаларға күсереп ултыртырға тейеш булғандар.
1739 йылда Кривуша йылғаһы башы Мойка менән берләштерелә. 1764—1790 йылдарҙа төбө тәрәнәйтелә, ярҙары нығытыла һәм гранит яр буйҙары ҡорола (төҙөүселәр — инженер И. М. Голенищев-Кутузов, И. Н. Борисов, Ф. В. Баур, К. Ф. Модер).
1923 йылдың 6 октябрендә канал яр буйындағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе рус драматургы һәм дипломаты Александр Сергеевич Грибоедов хөрмәтенә уның исеме менән үҙгәртелә[1] һәм Яҙыусы Грибоедов каналы, ә 1931 йылдан башлап — Грибоедов каналы тип атала[2].
Канал уның төҙөкләндереүе менән шөғөлләнгән инженер К. Д. Грибоедов исеме менән бәйле, ә уның аҙашы-драматургтың фамилияһы менән бәйле түгел тигән легенда бар. Легенда топономика буйынса белгестәр тарафынан кире ҡағыла[3][4][5].
1954—1956 йылдарҙа каналдың яр буйы участкаһы Мойканан алып Итальян урамына тиклем гранит менән көпләнә.



2007—2008 йылдарҙа канал яр буйының бер яғында Ҡазан күперенән алып Банк күперенә тиклем йүнәтеү эштәре алып барыла. Икенсе, йәйәүлеләр күпере яғына йәнәш торған яғы авария хәлендә ҡала.
2016 йылдың 10 сентябренән яр буйы урамының таҡ һаны яғынан Ҡазан майҙанынан алып Гривцов тыҡрығына тиклем бер яҡлы хәрәкәт индерелә[6].
Remove ads
Географик мәғлүмәттәр
Каналдың оҙонлоғо 5 км, киңлеге — 32 метр, тәрәнлеге — 3,5 м, һыуҙың уртаса сығым — 3,1—3,4 м³/с тәшкил итә. Петербургтың башҡа ҡылымыҡтарынан канал үҙенең тар һәм бормалы булыуы менән айырыла.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads