Гринпис

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гринпис
Remove ads

Гринпи́с (ингл. Greenpeace — «йәшел тыныслыҡ») — 1971 йылдың 15 сентябрендә Ванкувер ҡалаһында Девид Мактаггарт төҙөгән тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы.

Thumb
Гринпис вәкиллеге булған илдәр

Төп маҡсаты — экологик мәсьәләләргә киң йәмәғәттең һәм властарҙың иғтибарын йәлеп итеп уларҙы хәл итеү.

Гринпис үҙе яҡлылар иғәнәһенә йәшәй һәм ҡәтғи рәүештә дәүләт структураларының, сәйәси фирҡәләрҙең, бизнестың финанс ярҙамын алмай.

Гринпис, киң мәғлүмәт саралары иғтибарын, үҙенең шаулы акциялары менән йәлеп итеүе билдәле. Раҫлау — Гринпистың төп ҡағиҙәһе. Ойошма экологик енәйәт урынында булырға тырыша һәм бойондороҡһоҙ һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирә.

Remove ads

Һылтамалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads