Вәлиев Дамир Жәүәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вәлиев Дамир Жәүәт улы (2 ғинуар 1940 йыл — 28 май 2002 йыл) — башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
Remove ads
Биографияһы
Дамир Жәүәт улы Вәлиев 1940 йылдың 2 ғинуарында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылында тыуған.
1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
1970 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1986—1987 йылдарҙа — тарих факультеты деканы.
2002 йылдың 28 майында Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.
Remove ads
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғалим-философтың фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостаның йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. Ул 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Дамир Вәлиев «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡтары партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.
Хеҙмәттәре
- Этика. Уфа, 2004;
- История башкирской философской и общественно-политической мысли; основные тенденции развития. Уфа, 2010;
- Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 2010.
Маҡтаулы исемдәре
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990)
Һылтанмалар
- Вәлиев Дамир Жәүәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads